Еҙем-Ҡаран ауылы халҡы беренселәрҙән булып “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылыуы тураһында белдереп, ҡорға йыйылды.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов уларҙы ихлас ҡеүәтләне.
“Былтыр Ғафуриҙа көмөшкә, легаль булмаған алкоголле эсемлек менән һатыу иткән 208 урын асыҡланған. Район етәкселеге, хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан уларҙың күбеһе ябылған, 65 кешегә ҡарата протокол төҙөлгән, түләтелгән штраф суммаһы бер миллион 508 һум тәшкил иткән. Бындай көрәш артабан да дауам итәсәк. Беҙ эскелекте бөтөрөргә тейеш. Тормошобоҙҙо яҡшыртыуға бергәләп тотонһаҡ, булдырасаҡбыҙ. 500 мең һумды алайыҡ!” – тине район етәксеһе.
Осрашыуға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев та килгәйне. Ул тамашасыларға “Уралым – тыуған төйәгем”, “Ҡара юрға”, “Бәхетлемен”, “Һағындым ауылымды” тигән матур йырҙарҙы бүләк итте.