Кисә Өфө – Ырымбур юлының Мәләүез районы биләмәһендәге өлөшөндә ҡаты бәрелеш булған.
“Lada XRAY” рулендәге илле йәшлек ханым боролошта төп юлдан килгән “ВАЗ-2112” автомобилен үткәрмәй, һөҙөмтәлә машиналар төкөшкән.
“XRAY” водителе йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, шулай уҡ 12-се модель автомобилендәге 34 йәшлек пассажир ҡатын да ҡазаланған. Аварияның сәбәптәре тикшереләсәк”, – тип хәбәр ителә республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдиновтың блогында.
24 майҙа Башҡортостанда туғыҙ автомобиль аварияһы булған, уларҙа ун кеше төрлө йәрәхәт алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың ике мең тирәһе осрағы теркәлгән, 68 иҫерек водитель тотолған.