Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2019, 17:08

Йөрәгемде әрнетә был байрам...

“Һуңғы ҡыңғырау”... Йәштәр шатлана, ниндәйҙер мөғжизә көтә, матурлана, ата-әсәләр күңелле лә, һағышлы ла мәшәҡәттәргә күмелгән... Ә минең енем ҡуҙғала. Йөрәгемде әрнетә был байрам...

Фото: womanly.lk
Фото: womanly.lk
“Һуңғы ҡыңғырау”... Йәштәр шатлана, ниндәйҙер мөғжизә көтә, матурлана, ата-әсә күңелле лә, һағышлы ла мәшәҡәттәргә күмелгән... Ә минең енем ҡуҙғала. Йөрәгемде әрнетә был байрам...


...Уҙған быуат аҙаҡтары. Ауылда алты уҡыусы туғыҙынсы класты тамамлайбыҙ. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған мин айырыуса түҙемһеҙләнеп көтәм кеүек “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһын. Мәктәпте тамамлап, аттестат алыу менән училищеға документ тапшырырға юлланасаҡмын!


“Һинән һәйбәт педагог сығасаҡ”, – ти гел уҡытыусыларым. Бәләкәй кластарҙа дәрестәр ҙә үткәртеп ҡаранылар. Эй яратам ошо мәлдәрҙе! Балаларҙың белеме өсөн яуаплылыҡ тойоу, уларҙың ышанып ҡарауы, тырышыуы күңелемә әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт бирә. Уҡытыусы һөнәренә уҡып ҡына алһам...


Мәктәптә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Күңелле унда! Ә өйҙә... Һуңғы ваҡытта әсәйемдең йылмайғанын күргәнем, яҡшы һүҙ ҡушҡанын ишеткәнем юҡ. Атайым иһә төн урталарында ғына ҡайтып инә лә иртә менән сығып та олаға. Уға әсәйемдең ярһып-ярһып үпкә һүҙҙәре еткергәнен ишетеп уяныуҙарым йышайҙы. Ә атайым бер ни өндәшмәй...


Иртәгә “Һуңғы ҡыңғырау” тигән көндә иһә ул бөтөн әйберҙәрен йыйып алып сығып китте. Күрше ауылдағы икенсе ҡатынға... Әсәйемдең ярһып туҙыныуҙары, һеңлем менән ҡустымдың ҡурҡышып илауы, өләсәйемдең килеп етеп “ут”ҡа “кәрәсин” һибеүе... Ошондай мәхшәрҙә “Һуңғы ҡыңғырау” минең өсөн сыңламаны ла тиерлек, байрамда уны ишетерлек хәлдә лә түгел инем.


...Уҡыу йортона документтар тапшырыу мәле еткәс, электән әйтеп килгән хыялымды әсәйемдең хәтеренә төшөрҙөм. Был һүҙҙәрҙән ул сыраһыҙ тоҡанғандай булды: “Ниндәй уҡыу ти ул?! Минең хәлемде күрмәйһеңме әллә? Һинең тик үҙеңә генә һәйбәт булһын – атаң балаһы! Кейергә ыштаны юҡ, уҡырға китмәксе берәү! Мин һеҙҙе ҡалайтып ҡарар тиһең? Ана ауылда һауынсы етмәй, киләһе аҙнала йәйләүгә китәсәкһең – һөйләшкәнмен. Көҙгә фермаға эшкә төшөрһөң”.


Ошолай аҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Йәшләй фермала ауыр хеҙмәткә егелдем, шунда бергә эшләгән, үҙемдән ун йәшкә өлкән кешегә кейәүгә сыҡтым. Ул мине аҙым һайын башҡа ирҙәрҙән көнләште, туҡманы, эсте. Ауырым ике тапҡыр төшкәс, башҡа йөккә лә уҙа алманым. Ирем иһә колхоз тарҡалып, эшһеҙ ҡалғас, эске һаҙлығына бөтөнләй батты, ҡышҡы сатлама һыуыҡта туңып үлеп ҡуйҙы...


...Хәҙер инде ҡырҡ йәшкә етеп киләм. Ҡалала төҙөлөштә йөрөйөм, фатирға түләп йәшәйем. Атайымдан һуң тағы ла ике тапҡыр иргә барып айырылған әсәйем янына ҡайтып ярҙам итеп торам. Ул һау-сәләмәт, ә зарланыуы бөтмәй. “Ана күршенең ҡыҙы иномаркала килеп төшә. Ә һин? – тип ярама тоҙ һипте яңыраҡ ҡайтҡанда. – Өс баланы яңғыҙ үҫтереп, ҡарт көнөңдә ошондай хәлдә ултыр инде...”


...Бына тағы “Һуңғы ҡыңғырау” сыңлай. Ә мин илайым... Аҡ хыяллы йәштәр ошо көнгә ҡалмаһын, һуңғы ҡыңғырау уларҙы өмөт-маҡсаттары менән хушлаштырмаһын, ә бәхетле киләсәккә асҡыс булһын ине. Ата-әсә балаларына ошо көндәрҙә айырыуса ҙур иғтибар күрһәтһен. Үҙҙәренең проблемалары булһа, уларҙы ситкә ҡуйып тороп...


(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Читайте нас: