Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 13:43

Атлантик һәм Тымыҡ океан араһы

Һуңғы йылдарҙа мин төрлө ерҙәрҙә булдым, элек ишетеп кенә белгән тәбиғәт мөғжизәләре менән яҡындан таныштым, донъя иҡтисады һәм мәҙәниәтендә ҙур урын тотҡан мегаполистарҙа заман һулышын тойорға тырыштым. “Башҡортостан” гәзитенә тәҡдим иткән был яҙмаларым Америка Ҡушма Штаттары хаҡында.

Һуңғы йылдарҙа мин төрлө ерҙәрҙә булдым, элек ишетеп кенә белгән тәбиғәт мөғжизәләре менән яҡындан таныштым, донъя иҡтисады һәм мәҙәниәтендә ҙур урын тотҡан мегаполистарҙа заман һулышын тойорға тырыштым. “Башҡортостан” гәзитенә тәҡдим иткән был яҙмаларым Америка Ҡушма Штаттары хаҡында.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр


Америка тупрағына аяҡ баҫҡас та, мине иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған һорау ошо ине. Бында Ер йөҙөндә йәшәгән һәр милләт вә­килен дә осратырға була. Сари кейгән һинд йә иһә пәрәнжәләге мосолман ҡатын-ҡыҙы булһынмы, сапан итәктәрен һәм аҡ балаҡ­тарын елберләтеп, экзотик кейемдәге кемдер үтеп барһынмы, бер кем дә уға иҫе китеп ҡа­рамаясаҡ. Барыһы ла тәбиғи ҡабул ителә, сөнки милләттәрҙең тигеҙлеге бында закон менән ҡәтғи рәүештә яҡлана. Бер кем дә баш­ҡа кешене милләте, енесе, расаһы һәм бүтән билдәләре буйынса кәмһетә алмай, сөнки һөҙөмтәләре үтә етди буласаҡ. Күп милләтле илдәрҙә тап шулай булырға тейеш тә.
Илдә ике төп дәүләт теле – инглиз һәм испан телдәре. Ләкин ниндәйҙер бер милләт тупланып йәшәгән ергә барып эләкһәң, үҙең­дең ҡайҙа йөрөп ятҡаныңды ла аңла­маҫҡа мөмкин. Нью-Йорктағы рус телле халыҡ туп­ланып йәшәгән Бруклин районы – тап шундайҙарҙан. Филадельфияла немецтар, Сан-Францискола итальяндар һ.б. күпләп йәшәгән урындар шулай уҡ ул милләттәрҙең холҡон һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Өлгөр Ҡытай дуҫтарыбыҙ иһә барыһынан да арттыра. Chinatown (Ҡытайҡала) – ҡала эсендәге ҡала бындағы һәр мегаполиста ла бар. Һырлап-биҙәкләп эшләнгән ҡытайса ҡапҡа күрһәгеҙ – шул була инде кескәй Ҡытайҙың башланған өлөшө. Ул илдең 1,4 миллиард халҡынан тыш тағы күпмеһе бында йәшәйҙер, ғәжәп итерһең.


Ҡалалар


АҠШ ҡалалары Голливуд фильмдары аша күбебеҙгә таныш. Шуның өсөн дә ҙур ҡалаға тәүләп барһаң да, үҙеңде унда ҡасандыр булғандай итеп тояһың.
Ҙур ҡалаларҙың үҙәге – эшмәкәрлек тө­бәге, унда күбеһенсә күтәрелеп ҡараһаң баш­лығың ергә ҡолап төшөрлөк йөҙәр ҡатлы үтә бейек йорттар теҙелгән. Ул үҙәк өлөш әллә ни ҙур түгел. Араларында Нью-Йорк­тағы Манхеттэн ғына ныҡ айырыла, сөнки ул тотош бер ҙур утрауҙы биләй. Ҡала сит­тәре иһә, ябайлаштырып әйткәндә, торғаны бер ауыл. Ике-өс ҡатлы йорттарҙан торған биләмәне тағы нисек атайһың? Ул ауылдар һәм кескәйерәк ҡалалар күп осраҡта бер-береһе менән тоташҡан, шуның өсөн бер ҡалала йәшәргә, икенсеһендә эшләргә, өсөн­сөһөнә магазинға йөрөргә һәм был хаҡта белмәҫкә мөмкин. Картаға ҡарамаһаң, әлбиттә. Бының төп сәбәбе – юлдар система­һының һәйбәт булыуында.


Юлдар һәм транспорт селтәре


Юлдар бында ҡан тамырҙары кеүек – улар­ҙың сифатлы булыуы тотош организм­дың көйлө эшләүенә булышлыҡ итә. Шуға ла улар иғтибарҙың үҙәгендә. Әгәр ҙә мөһим бер трассала асфальт йәмшәйә төшһә, йүгереп килеп ремонтлай һалалар. Илдең инфраструктураһы ла һәр кемдең шәхси транспорты булыуға иҫәп тотоп ҡоролған. Йәмәғәт транспорты йөрөп тора, әлбиттә. Ләкин машинала ун биш минутлыҡ юлды ике сәғәтләп үтә башлаһаң, эш көнөнөң аҙағына ғына барып етеүең ихтимал.
Ҙур юлдар ҡала үҙәген урап үтеүгә көй­ләнгән. Был тығын булдырмау өсөн эшләнә. Таныш түгел ерҙәргә GPS спутник навига­цияһы менән йөрөүең хәйерле, юғиһә белмәгән ерҙә аҙашыу бер ни ҙә тормай.
Дөйөм алғанда, юлдар уйлап төҙөлгән. Ҙур трассаларҙа ҡаршы ағым айырым юл итеп эшләнгән, улар араһында йә бетон ҡой­ма, йә ярайһы киң сиҙәм ер. Вағыраҡ юл­дар трассаға киҫкен мөйөш менән тоташмай, әкренләп бара биргәс кенә төп ағымға ҡушыла.
Руль артында барғанда урындағы халыҡ­тың законға һәм юл ҡағиҙәләренә ихтирамын күрергә мөмкин, барыһы ла уны һаҡларға ты­рыша. Онотолоп китеп газға артығыраҡ баҫып, тиҙлекте арттырһаң, әллә ҡайҙан “йылп” итеп полиция килеп сығасаҡ. Былай улар сәбәпһеҙгә туҡтатмай. Улар менән “Ко­мандир, бәлки, үҙ-ара килешербеҙ, ә?” тибын­дағы әңгәмәнең булыуы бөтөнләй мөмкин түгел.


Магазиндар һәм туҡланыу өлкәһе


Аҙыҡ-түлек ҙур супермаркеттарҙа һатыла, ваҡ магазиндар юҡ. Халыҡты туҡландырыу өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткән кафе-рес­торандар иһә аҙым һайын. Араларында ҡыйбатлылары ла, осһоҙҙары ла бихисап. Ҡытай дуҫтарыбыҙҙың швед өҫтәле принцибында ойошторолған ресторандары үтә популяр. Шулай булмайсы! Билдәле һәм сағыштырмаса арзан бер хаҡ түләйһең дә туйғансы туҡланаһың.
Көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһендә барыһы ла рейтинг өсөн көрәшә. Хәҙер йылдың йылына популярлаша барған интернет магазиндарынан берәй нәмә алһаң, артынса уҡ электрон почтаңа хат килеп тә төшәсәк. Унда “Һин беҙгә биш йондоҙ ҡуй инде, йәме? Беҙ бит шул тиклем һәйбәт!” тигән һөйләм мотлаҡ рәүештә буласаҡ. Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булһа, ниңә ҡуймаҫҡа, ти?!
Ә инде етдиерәк итеп әйткәндә, ҡулла­ныусының фекере мөһим булыуы уларҙы һәйбәтерәк эшләргә мәжбүр итә. Улар ҡуйған баһа башҡаларға ла күренә һәм килемдең артыуына йә кәмеүенә килтерә. Бына шундайыраҡ ике башлы таяҡ.


Нью-Йорк ҡалаһы


Америка Ҡушма Штаттарының баш ҡа­лаһы булып Вашингтон торһа ла, Нью-Йорк был илдең йөрәгелер, моғайын. Американдар үҙҙәре, Нью-Йорк – ул бөтә донъя­ның баш ҡалаһы, тип тә ебәрә. Уларҙың һүҙҙә­рен­дә ниндәйҙер хаҡлыҡ бар. Донъя кимә­лендәге тауар әйләнешенә, фонд биржа­ларындағы үҙгәрештәргә һәм башҡа бихисап өлкәләргә йоғонто яһаусы ҡарарҙар ошонда­ғы эшмәкәрлек даирәләрендә ҡабул ителә һәм домино принцибы буйынса бөтә донъя буйлап тарала бит. 2008 йылғы финанс көр­сөгөн генә иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бындағы банктар менән бәйле был кризис бик тиҙ арала Европаға барып етте. Унан һуң ете-һигеҙ йыл дауамында Европа көрсөк йоғон­тоһонан ҡотола алмай интекте, ә АҠШ-та был хаҡта күптән онотоп та бөткәндәр ине.
Мәскәүҙән Нью-Йоркка тура осҡанда, юл ун сәғәтләп ваҡытты ала. Самолет 10 мең метр бейеклектә оса, был иһә болоттарҙан күпкә өҫтәрәк. Ә инде һауа ап-асыҡ һәм тап-таҙа булһа, күҙ күреме ерҙәрҙе иллюминаторҙарҙан күҙәтергә мөмкин.
Мәскәүҙә Внуково аэропортынан ултыр­ғайныҡ, Нью-Йоркта Кеннеди исемен йөрөткән аэропортҡа килеп төштөк, һәм беҙҙе иҫ киткес юғары темп менән йәшәгән мегаполис үҙ ҡосағына алды.
Америка менән танышыу аэропорттан уҡ башлана. Ҡиәфәттәрендә үк сағылып торған төрлө раса һәм милләт кешеләренең күплеге һәм төрлөлөгө хайран итә. Был турала алдан әйтеп киткәйнем инде, милләт һәм раса яғынан күп төрлөлөк Америка өсөн ғәҙәти күренеш. Дөйөм алғанда, донъяның төрлө тарафтарынан ошонда ағылған халыҡты был илдең үҙенә ымһындырып тороуын күҙ уңында тотҡанда, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса бер-береһенән үтә айырылған кешеләрҙең бергә һыйышып йәшәүенә хайран ҡалырлыҡ. Сөнки донъя йөҙөндә ике милләттең бер-береһен күрә алмаҫлыҡ дәрәжәгә етеп, дошманлашып бөтөүенә һәм шул нигеҙҙә ҡан-ҡойошҡа тиклем барып етеүҙәренә миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин бит.
Американдар, ғөмүмән, бик әҙәпле һәм мәҙәниәтле халыҡ. Магазиндарҙа, кафе-ресторандарҙа бер ниндәй тупаҫ һүҙ ишетмәҫһең. Шулай уҡ урамда кемде лә булһа туҡтатып, юл күрһәтеүҙәрен һораһаң, ул мотлаҡ рәүештә ярҙам итергә тырышасаҡ.
“Америка йылмайыуы” тигән һүҙбәй­лә­неште электән дә ишеткән бар ине. Ул ва­ҡыт­та был, ни өсөндөр, яһалма йылмайыу­ҙың синонимы булараҡ ҡабул ителде. Ә, асылда, бында яһалмалыҡ менән һис ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Урындағы халыҡтың бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә лә яҡты йөҙлө булыуы – ул ни бары башҡаларға ҡарата насар уйҙың, кире эмоцияларҙың юҡлығын күрһәтергә тырышыуҙары. Был – ошондағы йәмғиәттең йәшәү принцибы. Беҙҙең илдә Американы яманларға яратһа­лар ҙа, унан өйрәнәһе нәмәләр, асылда, бик күп.
Тағы ла бер һоҡландырған нәмә – законға булған ихтирам. Бында закон закон булғаны өсөн ихтирам ителә һәм уның үтәлеүе шик аҫтына алынырға тейеш түгел. Илдең президентынан алып ябай ғына водителгә тиклем уның алдында бер тигеҙ. Әгәр ҙә Конгресс ниндәйҙер закон проекты ҡабул итһә, ябай һайлаусылар был закондың эшлә­йәсәген белә, шуға күрә лә улар үҙ Хөкүмәт­тәрен ихтирам итә. Уның лайыҡлы булғаны өсөн һайланыуын шик аҫтына алыусы юҡ.
Ғөмүмән, американдар үҙ илен бик ярата. Шәх­си йорттарҙың күбеһендә дәүләт байрағы елберләй. Илдәре менән ғорур­ланған өсөн эләләр уны. Ә инде ниндәйҙер сәбәп менән илдең гимнын тыңлаһалар, уң ҡулдарын йөрәк тирәләренә ҡуялар. Кемдер мәжбүр иткәнгә түгел, үҙҙәре теләп эшләйҙәр быны. Был хаҡта мин Рәсәйҙә саҡта уҡ интернетта уҡығайным. Хәҙер иһә үҙ күҙҙәрем менән күреп ышандым.
Нью-Йоркты тәүләп күрһәм дә, барыбер ҡала таныш кеүек тойолдо. Сәбәбен бер аҙҙан ғына аңланым. Был ҡала һәр саҡ иғти­бар үҙәгендә бит. Исеме донъяға билдә­ле телекомпаниялар ғына түгел, Голливуд та Нью-Йоркты һәм уның урамдарын экранға төшөрөргә ярата. Нәфис фильмдарҙа бындағы үҙәк урамдарҙың, шулай уҡ иҫтәлекле урындарҙың һәм архитектура ҡомартҡыларының тиҫтәләгән тапҡыр сағылғанына шикләнмәҫкә мөмкин.


Бруклин


Нью-Йорк менән танышыуҙы беҙ Бруклиндан башланыҡ. Был дөрөҫ ҡарар булып сыҡты. Сөнки Манхэттендың башты әйләндерерлек темп менән йәшәгән сағыу ҡиәфәтенән һуң Бруклин менән танышыу тәьҫире, моғайын, бик самалы булыр ине.
Бруклин – Нью-Йорктың биш районының береһе. Ул ҡасандыр айырым ҡала булған һәм XIX быуат аҙағында Нью-Йорк составына ингән. Әле бында 2,5 миллион самаһы кеше йәшәй. Ҡайһылыр яғы менән Өфөнөң Черниковка биҫтәһен хәтерләтә. Уның да ҡасандыр айырым ҡала булғанлығын иҫтә тотҡанда, был ассоциация үтә урынлы. Бруклин элек-электән эшселәр районы һаналған, бында завод-фабрикалар бихисап. Күп Америка ҡалаларына хас булған тышҡы эффектлылыҡ бында бик самалы.
Бруклиндың көньяғында, асыҡ океан ярында, Брайтон-Бич урынлашҡан. Был төбәкте Бәләкәй Одесса тип тә йөрөтәләр. Ошо тирәлә оҙағыраҡ булһаң, үҙеңдең Америка биләмәһендә икәнлегеңде лә оноторға мөмкин, Рәсәйҙә йөрөп ятаһыңмы ни! Кафе-ресторандарҙа, магазин тыштарында русса яҙыуҙар, эргә-тирәләге халыҡ русса ғына һөйләшә. Бында беҙҙең телдә эшләгән радиостанциялар, телестудиялар, гәзит редакциялары, мәктәптәр һәм мәктәпкәсә ойошмалар байтаҡ. Элекке Советтар Союзынан килгән бер таныш ҡатындың “Инглизсә өйрәнер өсөн Бруклиндан киттем” тигәне хәтерҙә. Сөнки Брайтон-Бичта оҙаҡ йылдар инглиз телен белмәйенсә лә йәшәп булалыр. Әлбиттә, етдиерәк эш менән шөғөлләнмәһәң.
Манхэттенда ла алтаҡталары рус телендә булған, рус диаспораһы тупланыбыраҡ йәшәгән урындар бар, ләкин улар ҙур түгел. Брайтон-Бичта был айырым-асыҡ күҙгә ташлана. Беҙҙең телдә һөйләшеүсе халыҡтың күбеһе бында тәүҙә торлаҡтың арзан булыуына ҡыҙығып төпләнгән. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә был район йылдам үҫешә.

Беҙҙең йәйәүләп яһалған экскурсия Бруклин күпере эргәһендә тамам булды. Был күпер Бруклинды Манхэттен менән тоташтыра. Ул Милли тарихи ҡомартҡылар исемлегенә индерелгән, Нью-Йорк символ­дарының береһенә әүерелгән.


Манхэттен


Манхэттен – Нью-Йорктың йөҙөк ҡашы. Ул был ҡаланың биш территориаль берәмегенең береһе һаналһа ла, күптән инде беренселекте үҙенә алған һәм береһенә лә бирергә йыйынмай. Дөйөм алғанда, Нью-Йорктың үҙендә 8,5 миллион кеше йәшәй, шуның 1,6 миллионы – был районда. Асылда, Манхэттен – туннелдәр һәм күперҙәр ярҙамында материк менән тоташҡан айырым утрау. Уның майҙаны 60 кв саҡрым тәшкил итә.
Утрау тулыһынса тиерлек бейек-бейек йорттарҙан тора, улар араһында йөҙәр ҡат­лылары бихисап. Эргәләренә баҫып, башың­ды күтәреп, нисә ҡатлы булыуҙарын һанарға маташһаң да, моғайын, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ. Манхэттен буйлап йәйәүләп йөрөп ниҙер ҡарарға тырышыу уны бар масштабында күрергә мөмкинлек бирмәйәсәк. Иң урынлыһы – автобус туры мөмкинлектәрен файҙаланыу. Ике ҡатлы һәм өҫтө асыҡ экскурсия автобустарының маршрутында бөтә билдәле йорттар эргә­һенән дә үтеү ҡаралған. Экскурсия өсөн өс сәғәт самаһы ваҡыт иҫәпләргә кәрәк. Сәғәт ярымлыҡ тур ҙа бар, унда Манхэттен­дың баш­лыса көньяҡ өлөшө менән таныштыралар. Ләкин был барыбер тулы картина бирмәйәсәк.
Манхэттен Downtown, Middletown һәм Uptown (үҙәк, урта һәм өҫкө ҡалалар) тип аталған өс өлөштән тора. Күп туристар көньяҡ өлөштә урынлашҡан Downtown-дан башлай. Бында атаҡлы Бродвей – Манхэт­тендағы иң ҙур урам урынлашҡан. Көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған Бродвейҙа – бихисап магазин, банктар, һатыу үҙәктәре һәм театрҙар. Тарихи урындар һәм архитектура ҡомартҡылары ла бында күп.
Дөйөм алғанда, Манхэттенда йүнәлеште еңел табырға мөмкин. Кварталдарҙың (авеню) нумерацияһы 1-ҙән 16-ға тиклем көнбайыштан көнсығышҡа, ә урамдарҙың һаны көньяҡтан төньяҡҡа арта бара. Һүҙ ыңғайында әйтеү урынлы булыр: был күп Америка ҡалалары өсөн хас. Бер ҡаланың үҙенсәлеген аңлаһаң, икенсеһендә йүнә­леште табыуы әллә ни ҡыйын түгел.
Манхэттенға эләккән турист Эмпайр-стейт-билдингка барыуҙы үҙенең бурысы һанай. Бының серенә башняның башына менгәс кенә төшөнөргә мөмкин.


Эмпайр-стейт-билдинг


Был йорт күптәргә “Кинг-Конг” фильмы буйынса таныш. Фильмдағы төп ролде баш­ҡарған ғәләмәт ҙур маймылдың башня башында бәүелеп торған мәлен хәтерегеҙгә тө­шөрөгөҙ. Ана шул була инде Эмпайр-стейт-билдинг.

Уның бейеклеге – 443 метр. 1931 йылда 10 млн кирбестән төҙөлгән был йорт бейеклеге һәм үҙенсәлеге буйынса оҙаҡ ваҡыттар тиңдәшһеҙ архитектура ҡомартҡыһы булып һаналды. Уның каркасын төҙөү өсөн 55 мең тонна ҡорос ҡулланылған, ә тәҙрәләр һаны 6500-ҙән күберәк. Башняның өҫкө ҡатта­рынан тирә-яҡҡа күҙ һалһаң, иҫ киткес ғәжәйеп панорама асыла. Бында бөтә Манхэттен бейек-бейек небоскребтары менән ус төбөндәге шикелле күренеп, йәйрәп ята.
Туристарҙы башняның 86-сы ҡатындағы күҙәтеү майҙансығына үткәрәләр. Билет хаҡы 20 доллар самаһы тора. Уны интернет аша ла алырға мөмкин. Башняның тирә-яҡты күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән иң бейек нөктәһе – 102-се ҡаттағы кескәй майҙан­сыҡҡа билет ҡыйбатыраҡ, һәм унда эләгеү өсөн бер нисә ай алдан бронь яһарға кәрәк.
86-сы ҡатҡа тиклем беҙ тиҙ йөрөүсе лифт­тарҙа мендек. Унда сама менән 15-20 кеше һыя. Тиҙлек ысынлап та бик юғары – 9 ҡатҡа менгән шикелле генә тойолдо. Баҫ­ҡыстар буйлап өҫкә йәйәү ҙә күтәрелергә мөм­кин. Унда менеү өсөн 1860 баҫҡыс бул­ған­лығын әллә ҡасан инде һанап ҡуйғандар.
Бында иң урынлыһы – эңер төшөр алдынан килеү һәм көн яҡтыһында тирә-яҡты күҙәтеп өлгөрөү. Ә инде шул арала күҙ бәйләнеп, бөтә Нью-Йорк уттары бер-бер артлы ҡабына башлаһа, ғүмергә хәтерегеҙҙә ҡалырлыҡ иҫ киткес матур панорама асыласаҡ.
Төҙөлгән мәлендә тирә-яҡта Эмпайр-стейт-билдингка бейеклеге буйынса конкуренттар бөтөнләй булмаған. Манхэттендың ҡайһы бер йорттары ваҡыт үтеү менән был күрһәткес буйынса уны уҙып киткән. Ләкин был башняға халыҡ барыбер ағылыуын дауам итә.


Азатлыҡ статуяһы


Күптән үк иғтибар ителгән бер үҙенсәлек – ҙур ҡалаларға барһаң, уның символына һәм визит карточкаһына әүерелгән урынды күрмәйенсә, тәьҫораттар барыбер тулы булмай. Мәҫәлән, Ҡыҙыл майҙанға барғас ҡына миндә Мәскәү менән ысын мәғәнәһендә танышыу тойғоһо барлыҡҡа килгәйне. Тап шуның шикелле, Азатлыҡ статуяһы эргәһенә аяҡ баҫҡас ҡына, Нью-Йорк ҡалаһы хаҡындағы картина тулылана төштө.
Һүрәттәргә ҡараһаң һәм фильмдар буйынса фекер йөрөтһәң, был статуя тау башында торған кеүек. Ләкин был дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Азатлыҡ статуяһы монументы ҙур булмаған айырым бер утрауҙы биләй. Уның элекке исеме Бедлау, 1956 йылдан алып уны Liberty Island – Азатлыҡ утрауы тип йөрөтәләр. Ул Манхэттендан өс саҡрым самаһы алыҫлыҡта ята.
Эмпайр-стейт-билдингка менгәндә һәм Азатлыҡ утрауына барғанда үҙең менән артыҡ нәмә алырға кәрәкмәй. Хәүефһеҙлек хеҙмәте туристарҙы аэропортҡа кергәндәге шикелле ентекле тикшерә. Ә бына фотоаппарат һәм һәйбәт фотокамералы телефон бында бик кәрәгәсәк. Уларҙың эргә­һендә булғанда тыуған тойғоларҙы һүрәтләү өсөн һүҙҙәр генә етмәй. Ә фотолар ҡала.
Статуяның бейеклеге – 46 метр, ә пьедесталы менән бергә алғанда, 93 метрға тиклем етә. Ул үҙе ҡорос менән баҡырҙан ҡойолған, пьедестал иһә цементтан төҙөлгән. Барлығы 27 мең тонна цемент ҡулланылған, ә һәйкәлдең үҙен төҙөү өсөн 125 тонна ҡорос һәм 31 тонна баҡыр кәрәккән. Ста­туяның фирүзә йәшел төҫөндә булыуының сере бик ябай – ваҡыт үтеү менән баҡыр окисланып шундай ҡиәфәткә ингән.
Ирек алиһәһе уң ҡулына факел тотҡан, ә һул яғында латиницала “1776 йылдың 4 июле” тигән яҙыу (Бойондороҡһоҙлоҡ декла­рацияһына ҡул ҡуйылған көн). Статуя бер аяғы менән емерелеп ташланған бығауҙарҙың өҫтөнә баҫҡан.
Уның тажына тиклем менәм тиһәң, 354 баҫҡысты үтергә кәрәк, ә пьедесталдың өҫкө яғына тиклем 192 баҫҡыс илтә. Таждың үҙендә – барлығы 25 тәҙрә. Уның ете уғы донъялағы ете континентты һәм ете диңгеҙҙе символлаштыра.

Азатлыҡ статуяһы – француз граждан­дарының Америкалағы Бойондороҡһоҙлоҡ революцияһының йөҙ йыллығына бүләге ул. Ошо билдәле датаға уны өлгөртә алмай­ҙар. Ун йылға һуңлап булһа ла (1886 йылда), үҙенә тәғәйен урынын биләгән был һәйкәл бик тиҙҙән Нью-Йорк ҡалаһының символына әүерелә. Париждың Эйфель башняһын төҙөгән Гюстав Эйфелдең Азатлыҡ статуяһы авторҙарының береһе икәнен дә әйтеп үтеү урынлы булыр.

Һәйкәлдең пьедестал өлөшөн американдар төҙөгән, өҫкө яғы иһә – тулыһынса француз инженерҙарының ижад емеше. Пьедестал өлөшөндә музей урынлашҡан. Унда статуя менән бәйле күп ҡыҙыҡлы материал менән танышырға мөмкин. Музейға лифтта күтәрелергә мөмкин. Ә инде ста­туяның эсе шул рәүешле итеп проектланған – уның эсенән коронаның үҙенә тиклем текә баҫҡыстар буйлап күтәрелергә була. Короналағы 25 тәҙрәнән Нью-Йорк гаваненә иҫ киткес матур панорама асыла.
Азатлыҡ утрауы ҙур түгел. Унда барыһы ла статуяны күрергә килгән туристарҙы ҡабул итергә яраҡлаштырылған.


Эллис утрауы


Азатлыҡ һәм Эллис утрауҙары йәнәш урынлашҡан. Азатлыҡ статуяһы эргәһенән ҡайтҡанда, паром Эллис утрауына туҡталыш яһай. Дөйөм алғанда, ике өлөштән торған бер үк экскурсия тип атарға мөмкин быны.
Был утрау һәм ундағы берҙән-бер ҙур йорт күптәргә “Хитч методы” фильмы буйынса таныш. Фильм, үҙе Голливудҡа хас булған интригаларға, мөхәббәт тарихтарына һәм башҡа ваҡ-төйәккә күберәк урын бирһә лә, утрауҙағы күп ҡыҙыҡлы деталдәрҙе бик оҫта тотоп алған. Һәр хәлдә, унда аяҡ баҫ­ҡанда был утрау миңә ғәжәйеп таныш тойолдо.

Утрауҙың үҙәгендә боронғо стилдә төҙөл­гән бик ҙур һәм матур зиннәтле һарай урын­лашҡан. Тирә-яҡтағы ваҡ-ваҡ ҡына йорт­тар уның фонында юғалып ҡалғандай тойо­ла. Был йорт бөгөн – Иммигранттар музейы.
1836 йылдан алып 1914 йылға тиклемге осорҙа 30 миллиондан ашыу европалы Америка ҡитғаһына күсеп килә. Уларҙы аҡсаның юҡлығы ла, Атлантик океан аша оҙайлы сәйәхәт тә – бер нәмә лә ҡурҡытмай. Шуға бәйле 1892 йылда Америка хөкүмәте Эллис утрауында Иммиграция үҙәге аса. Ул 1954 йылғаса эшләй, һуңынан унда музей булдырыла. Был утрау бик популяр – уның аша хәҙерге америка граждандарының 100 миллиондан ашыу ата-бабаһы үткән. Музей коллекцияһының үҙәгендә – төрлө ғаилә­ләрҙең тарихы менән бәйле боронғо фотолар. Килеүселәр таныш исемдәрҙе табыу өмөтө менән журналдарҙы өйрәнә.
Эллис утрауының “Өмөт һәм күҙ йәштәре утрауы” тигән атамаһы ла бар. Өмөт, сөнки күптәр яңы тормошҡа ҙур өмөттәр менән бында аяҡ баҫҡан, күҙ йәштәре – сөнки бик күптәр килеп еткәс кенә, оҙон юлдан йонсоп, ошондағы дауаханала үлеп ҡалған. Был утрауҙа йыл һайын ике миллиондан ашыу турист була. 1965 йылдан алып Эллис утрауы Азатлыҡ статуяһы милли монументының составына ингән.


Нью-Йорк штаты. Ниагара шарлауығы


Ниагара – ҙурлығы буйынса Африкалағы Викториянан ғына ҡалышҡан донъялағы иң мәшһүр шарлауыҡтарҙың береһе. Ул АҠШ менән Канаданың сигендә, атап әйткәндә, Американың Нью-Йорк штаты һәм Кана­даның Онтарио провинцияһы биләмәләре араһында. Дөйөм атама менән уны Ниагара шарлауығы тип йөрөтһәләр ҙә, ул, асылда, шарлауыҡтар комплексын тәшкил итә. Араларында иң ҙуры – Канада шарлауығы, йәки Даға. Икенсеһе – Америка шарлауығы, өсөнсөһөнөң атамаһы бик үҙенсәлекле – Фата (ҡатын-ҡыҙҙың туй фатаһын хәтерләтә).
Канада шарлауығы формаһы буйынса, ысынлап та, дағаға оҡшаған. Уның киңлеге – 792, бейеклеге 55,6 метр. Америка шарлауығының аҫҡы яғын таш өйөмө ҡаплай, шуға һыу ағымының күренеп торған өлөшө – 21 метр. Киңлеге – 323 метр. Ниагара шарлауығы комплексында иң бәләкәй Фата ағымының киңлеге – 17, ә бейеклеге 24 метр.
Бында килгән туристарҙың һаны йыл әйләнәһенә 12 миллионға етә. Бигерәк тә йәй айҙарында кеше күп була. Ниагара шарлауығын күреү өсөн күп кеше тәүҙә Буффало ҡалаһына килә. Был ҡала халҡы һаны буйынса Нью-Йорктан һуң штатта икенсе урынды биләй. Бында заман талабына яраҡлаштырылып төҙөлгән йорттар боронғо архитектура ҡоролмалары менән аралаша, һәм улар ғәжәп үҙенсәлекле ансамблде хасил итә. Ниагара тигән атаманы бында һәр ерҙә осратырға мөмкин – урамдар, кафе-ресторандар, парктар, башҡа ял итеү урындары – күбеһе уның исеме менән аталған. Был Буффало ҡалаһы өсөн генә түгел, ғөмүмән, Ниагара шарлауығы эргәһендәге ярайһы уҡ киң биләмә өсөн хас күренеш. Буффалонан шарлауыҡҡа тиклем даими автобус йөрөп тора, юл сама менән ярты сәғәт ваҡытты ала.
Килеп төшөү менән үк ҡайнап торған халыҡ ағымына эләгәһең. Дөйөм алғанда, Американың донъяға билдәле бар тәбиғәт ҡомартҡылары һәм ял итеү үҙәктәре өсөн үтә ғәҙәти күренеш был.
Шарлауыҡты яҡындан күреүҙең ике ысулы бар: вертолетта һәм теплоходта. Вертолетта шарлауыҡ өҫтөнән осоп үтеү, әлбиттә, был тәбиғәт мөғжизәһен ус төбөндәге кеүек тамаша ҡылыу мөмкинлеген бирә. Ләкин ул ярайһы уҡ ҡыйбат, сама менән 100 доллар тирәһе. Төркөм менән килгән кешеләргә теплоход ҡулайлыраҡ. Берҙән, әллә ни ҡыйбат та түгел, икенсенән, мәшһүр йылғаның ярына баҫып та, уның буйлап йөҙөп үтмәүе килешкән эш түгел.
Йылға буйлап йөҙгән теплоходтар ҙур, икешәр-өсәр яруслы. Уларға ултырыу өсөн тәүҙә йылға өҫтөнән һалынған йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән Америка менән Канаданы тоташтырыусы күпергә менергә кәрәк. Күпер бейек һәм уның өҫтөнән иҫ киткес матур панорама асыла. Артабан махсус лифтҡа ултырып аҫҡа төшәһең. Лифттар ҙур, кәмендә 15-ләп кешене һыйҙыра һәм улар бик тиҙ хәрәкәт итә. Унан сыҡҡас теплоходҡа ултырыу урынына йүнәләһең. Юл ыңғайы турҙы ойоштороусы хеҙмәткәр­ҙәр махсус плащ таратып тора. Америка ярынан теплоходҡа ултырыусыларҙы ана шул күк төҫтәге кейем буйынса айырырға мөмкин. Әгәр ҙә теплоход мәк сәскәһе шикелле ҡыҙыл кейемле кешеләр менән тулған булһа, улары инде – Канаданыҡылар.
Йоҡа полиэтилендан эшләнгән капюшонлы был плащ бик еңел кейелә һәм сиселә. Америка һәм Фата шарлауыҡтары янынан теплоходта йөҙөп үткәндә ул әллә ни кәрәкмәһә лә, ярымтүңәрәкте хәтерләткән Канада шарлауығы эргәһендә уның файҙаһы бик тә тейәсәк. Иҫ киткес ҙур көс менән аҫҡа атылған һыу ағымы ҡуйы һыу туҙанын хасил итә. Күп кеше өҫкә сәсрәгән һыу тамсыларына артыҡ иғтибар ҙа итмәй, һоҡланып тирә-яҡты күҙәтә. Бындай матурлыҡты фотоға төшөрмәгән кеше бик һирәктер. Ни генә тиһәң дә, донъяла шарлауыҡтар күп, ә Ниагара кеүектәре бик һирәк.
Атлантик менән Тымыҡ океан араһында күреү һәм танышыу өсөн ғәжәйеп ҡомарт­ҡылар ҙа, шаулап-гөрләп торған иҫ киткес ҙур мегаполистар ҙа, туристарҙы ҡыҙыҡ­тырырлыҡ башҡа тәбиғәт мөғжизәләре лә етерлек булып сыҡты. Дуҫ-иштәрҙән һәм белгән-күргән кешеләрҙән әйләнгән һайын “Ә унда нисек?” тигән һорауҙы йыш ишетәм. Был темаға мөмкинлек булған һайын әйләнеп ҡайтырмындыр, сөнки һәйбәт тәжрибәне ҡулланыу һәм үҫтереү зарур, ә хаталарға килгәндә, башҡаларға ҡарап фәһем алыу отошлораҡ. Халыҡтар үҙ-ара аралашмай йәшәй алмай. Улар араһында тимер диуарҙар ҡороп ҡуйырға мөмкин, ләкин бит улар ҙа бер килеп Берлин стенаһы шикелле емертеләсәк.
Читайте нас: