Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 18:08

Иң яҡшы парикмахер Иглиндә йәшәй

“Һөнәре буйынса иң яҡшы” республика конкурсында “Иң яҡшы парикмахер” номинацияһында Өфө, Сибай ҡалалары, Миәкә, Баҡалы, Саҡмағош һәм Иглин райондары оҫталары ҡатнашты.

“Һөнәре буйынса иң яҡшы” республика конкурсында “Иң яҡшы парикмахер” номинацияһында Өфө, Сибай ҡалалары, Миәкә, Баҡалы, Саҡмағош һәм Иглин райондары оҫталары ҡатнашты.


Сәс ҡырҡыу, прическалар эшләү оҫталарына һәр заманда ла ихтыяж ҙур. Йәштәр был һөнәрҙе бик теләп үҙләштерә. Шуға күрә матурлыҡ һәм зауыҡҡа бәйле конкурстарҙа ҡатнашыусы йәштәр ҙә күп. Был юлы бәйгелә ҡатнашыусылар яңы сәс ҡырҡыу моделдәрен, стилдәрен күрһәтеү өҫтөнә киске прическаларҙы тамашасыларға тәҡдим итте.


Иң оҫта парикмахер Иглин районынан Евгения Хафизова булып сыҡты. Миәкәнән Нәфисә Рәхмәтуллина һәм Өфөнән Гүзәл Сәйфуллина икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр тапшырылды.



Фото: Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: