Викиға Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһы тураһында яҙырға булып киттем дә, уның 1991 йылға тиклем Гурьев тип аталғаны иҫкә төштө. Унда булғаным юҡ-юғын, әммә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Тбилисиға осҡанда самолет шунда ултырып киткәйне. Донъяның аҫты-өҫкә килгән заман. Самолет ултырҙы. Бер мәл ишеге асылып китеп, пассажирҙар өҫтәлә башланы. Стюардессалар, урын юҡ, тип өтәләнә. Тегеләр ябай ултырғыс күрһәтәләр – имеш, урын бар. Иң ғәжәбе – шул ултырғыстарға ултырып остолар тәки. Башҡаса ундайҙы күргәнем юҡ, күрергә лә яҙмаһын...
Тбилисиҙан кирегә осабыҙ. Юлдаштарым менән инеүгә беҙҙең урындарға ниндәйҙер кешеләр ултырып та алғандар, алдарына тултырып ризыҡ теҙгәндәр – уңдан да, һулдан да ҡулдар һонолоп, йыпыралар ғына! Бер ҙур ғаилә булды буғай, урындары бергә эләкмәгән дә алдан инә һалып биләй һалғандар, ахыры. Аҙаҡ белеүемсә, бында билетҡа ҡарап ултырыу бөтөнләй юҡ икән! Грузин телен белгән юлдашыбыҙ тегеләр менән шар-шор әрләшә башланы. Байтаҡ ҡаңғылдаштылар былар. Шунан тегеләр теләр-теләмәҫ кенә ҡыбырлап, беҙгә урыныбыҙҙы ҡалдырҙы.
Тбилисиға осоп барабыҙ. Бер заман микрофондан аэропорт ҡабул итмәгәнен хәбәр иттеләр – һауа шарттары менән ни булғандыр, сәбәбе шулай тинеләр. Ереванға төшәбеҙ, ти. Шул ваҡыт бер әҙәм һикереп торҙо ла бер пилот кабинаһы, бер ҡойроҡ яғындағы стюардтар араһында сабауыллай башланы. Ереванға түгел, Баҡыға осайыҡ тип шарылдай үҙе. Сәбәбе ни булғандыр – Ҡарабахта иң фажиғәле мәлдәр ине – әзери булып, әрмәндәрҙән ҡурҡтымы, әллә төбәп барған ере Баҡы булғандырмы; мәгәр нисектер үҙенекен итте – Баҡыға төштөк. Самолетты ла бороп була икән.
Икенсе тапҡыр самолетты хажға барғанда борҙолар. Хажды ойоштороусылар Жиддәгә төшәбеҙ тип вәғәҙә итеп юлға алып сыҡҡайнылар (Мәккәгә иң яҡын аэропорт), бәй, осош барышында, Амманға төшәбеҙ, тип хәбәр иттеләр. Элек хажда булған бер нисә ханым йәнә геүләшеп килеп торҙо, беҙҙең етәкселәргә килеп, унда төшмәйбеҙ тип дәғүә белдерә башланы. Артабан автобус менән китергә тура киләсәк, ә юл бик алыҫ. Яҡыныраҡ аэропортҡа һорағыҙ тип ныҡышалар. Ныҡыша торғас, Ғәҡәбәгә рөхсәт алдырттылар. Барыбер 3 көнлөк юл булды, ә Аммандан 4 көн булыр ине, моғайын, сөнки автомобиль юлында ара бик күпкә оҙонораҡ.
Иң яйһыҙ осош Һамар авиалинияһы самолетында булғандыр, моғайын. Тәүге тапҡыр мин урындыҡтарының тышы йыртылып бөткән, электричкалағы кеүек төрлө тәмһеҙ еҫтәр сығып торған бысраҡ салонда остом. Башҡаса ундайҙа осорға яҙмаһын. Мин урыныма барып та ултырҙым, салҡан барып та төштөм – урындыҡтың арҡа терәгесе һыныҡ булып сыҡты. Күсеп ултырырға урындар ҙа юҡ, баҡһаң! Ярай ҙа һуңғараҡ бер стюардесса үҙенә тигән урынға күсереп ултыртты... Ниһайәт, 2008 йылда был авиакомпанияның лицензияһы тартып алынған икән. 2009 йылдың февраленән осоштар туҡтатылған.
Ҡышын көнбайыш Ҡаҙағстан өҫтөнән осоп барабыҙ. Күҙ күреме ерҙә бер кеше йәшәгән урын әҫәре, юлдар күҙгә салынмай. Бик оҙаҡ остоҡ, тик бер ерҙә генә йән эйәһе булғаны саҡ-соҡ һиҙелеп ҡалды. Теге, көньяҡ-көнсығыш райондарыбыҙҙа ҡар аҫтынан юлдар йырып йөрөгән ҡыш ине был!
Яҡшы юлдың оҙоно юҡ. Хәйерле генә булһын һәр саҡ юлдарыбыҙ!