Уларҙың именлеге тәү сиратта беҙҙән тора.
Бына йәмле йәй менән бергә балаларҙың көтөп алған каникулдары ла етте. Тап ошо ваҡытта улар күп осраҡта ҡарауһыҙ ҡала ла инде. Тормошобоҙ асылы, йәшәүебеҙ мәғәнәһе балаларыбыҙ иҫән-һау булһын, ҡайғы күрһәтмәһен Хоҙай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр йәй республикала янғында – 10, юл фажиғәһендә – 21, һыуға батып 6 бала һәләк була. Хәүеф-хәтәр күҙ нурҙарыбыҙҙы һағалап ҡына тора. Уларҙың имен булыуы, бәлә-ҡазаға тарымауы тәү сиратта беҙгә, ололарға, бәйле. Үкенескә ҡаршы, күп осраҡта балаларыбыҙға ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә ваҡыт тапмайбыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфөләге юл-транспорт фажиғәһендә туғыҙ йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Ҡурҡыныс авария Октябрь проспектында – “Мир” туҡталышы янында теркәлә. Светофорҙың йәшел төҫөнә велосипедта үтеп барған баланы яңы ғына руль артына ултырып йөрөй башлаған 33 йәшлек ҡатын тапата. Ул “Ниссан х-трейл” машинаһында була. Бала Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыған. Уға өс аҙнанан 10 йәш тулыр ине...
Өйҙәге электр приборҙары, газ плитәләре, шырпы... Уларҙы нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында ла өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш, сөнки күп бәлә беҙҙең һаҡһыҙлыҡтан, уттың ниндәй ҡурҡыныс менән янауын аңламауҙан килеп сыға.
Һәр өйҙә балаларға күренгән урында ашығыс хеҙмәт телефондары яҙылған иҫкәрмә эленеп тороуы һәйбәт. Улар күрһәтелгән һандарҙы йыйып, белгес кәңәштәре ярҙамында артабан нимә эшләргә кәрәклеген беләсәк. 01 – янғын һағы телефонын иҫтә ҡалдырыуы еңел, кеҫә телефонынан 101 һандарын йыйырға була. Шулай уҡ уны яҡындарға бер генә төймәгә баҫып шылтырата алырлыҡ итеп көйләп була.
Бәләкәс балаларҙы бигерәк тә электр ҡорамалдары ҡыҙыҡһындыра. Тимәк, шнурҙарҙы йыйырға, розеткаларҙы ҡапларға кәрәк. Телевизорҙың да ышаныслы, аумаҫлыҡ урында тороуы мөһим.
Өлкәндәр түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш:
*шырпы, ҡабыҙғыс, бенгаль уттары, шәмдәр, шартлатҡыстар балалар ала алмаҫлыҡ урында булһын;
*газ һәм электр приборҙары менән балаларға өлкәндәр булғанда ғына ҡулланырға рөхсәт итергә;
*тиҙ тоҡана торған (бензин, ацетон, спирт) шыйыҡсаларҙы бәләкәстәр ала алмаҫлыҡ урында һаҡларға;
Балалар янғын хәүефһеҙлеге хаҡында түбәндәге ябай ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш:
*шырпы, ҡабыҙғыс менән шаярырға ярамай;
*ут менән (һарайҙа, подвалда, сарҙаҡта) уйнау тыйыла;
*16 йәшкә тиклем пиротехника әйберҙәренә теймәҫкә;
*ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа.
Балаға янғын ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтегеҙ:
*әгәр йортта ут сыҡһа, тышҡа сығырға тырышырға кәрәк;
*янғын ваҡытында карауат аҫтында йәки шкафта йәшенергә ярамай – ҡотҡарыусыларға табыуы ауырға тура киләсәк;
*әгәр ҙә кейемең янып китһә – ергә ят та ауна. Ҡулыңды бешерһәң, уны һыуыҡ һыу аҫтында тот һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыр;
*подъезда ут йәки төтөн булһа, өйҙән сыҡма. Тәҙрәне йәки балконды ас һәм ярҙамға саҡыр;
*янғын ваҡытында лифттан файҙаланырға ярамай: уның ҡаттар араһында тотҡарланыуы ихтимал;
“әгәр ҙә мөмкинлек булһа, өйҙән сығырға һәм күршеләрҙең ишеген шаҡырға кәрәк;
*әгәр өйҙән сыға алмаһағыҙ, балконға йәки иң төпкө бүлмәгә инеп ишекте ныҡ итеп ябырға ла өлкәндәргә шылтыратырға йәки тәҙрәнән ярҙам һорап ҡысҡырырға;
*әгәр төтөн подъездан өйгә инһә, ишекте асма, өлкәндәргә шылтырат йәки балконға сығып ярҙам һорап ҡысҡыр.
Каникул етеү менән балалар күп ваҡытын урамда үткәрә. Онотолоп уйнаған саҡта, велосипедта йәки скутерҙа йөрөгәндә йыш ҡына, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, юл сатына ла килеп сығалар. Ә бының водителдәр өсөн көтөлмәгән хәл булыуы ихтимал. Ошондай хәүефле осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төрлө профилактик саралар, рейдтар, акциялар уҙғара. Әммә күп нәмә – тәрбиәнән, иң тәүҙә ата-әсә балаһын юлда үҙен тотоу мәҙәниәтенә өйрәтергә бурыслы.
Велосипед һәм башҡа мототранспорт саралары ла юғары хәүеф сығанағы булып һанала. 14 йәшкә тиклемге балалар велосипедта ихата сиктәренән ололар күҙәтеүе аҫтында ғына сыға ала. Һуңғы йылдарҙа республиканың ҡайһы бер ҡалаларында велосипедсылар өсөн махсус юлдар барлыҡҡа килде. Ғәҙәттә, улар автомобиль юлдарына параллель итеп һалына, әммә юл саттары аша ла үтә. Был махсус һыҙаттар менән 14 йәше тулған велосипедсылар ғына ҡулланыуға хоҡуҡлы.
Еңел мотоциклдарҙа, скутерҙарҙа башлыса транспортҡа идара итеү оҫталығы, тәжрибәһе булмаған, күп осраҡта танытмалары ла юҡ үҫмерҙәр елдерә. Уларҙы һатып алырҙан алда ата-әсә йәш водителде уҡытыуҙы хәстәрләргә тейеш. Үҫмер бәлиғ булғас ҡына транспортҡа идара итә ала. Шул уҡ ваҡытта һаҡланыу саралары – шлем һәм таянғыстар тураһында ла оноторға ярамай.
Белгестәр бәләкәстәрҙең юлда йәрәхәтләнеү осраҡтарының төп өс сәбәбен билдәләй: өлкәндәр тарафынан тейешле контроль булмау, баланың иғтибарһыҙлығы, тәжрибәһеҙлек сәбәпле транспорт хәрәкәтен аныҡ баһалай белмәү.
“Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Дөрөҫ хәрәкәт итеү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ. Бәләкәй йәйәүле урамда мөмкин тиклем алыҫтан абайларлыҡ булһын, кейеменә яҡтылыҡты кире ҡаҡлыҡтырыусы махсус билдәләр ҡуйығыҙ. Был ҡараңғы мәлдә йәки насар һауа торошо шарттарында уны бәләнән ҡурсалаясаҡ” тигән кәңәш бирә белгестәр.
Өлкәндәр яғынан тейешле контроль булмау – балаларҙың һыуға батып һәләк булыуының төп сәбәптәренең береһе.
Ололарҙың күҙәтеүенән тыш уларҙы йылғаға ебәрмәгеҙ, ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ, һыу эргәһендә шаярыуҙы тыйығыҙ, дыуамаллыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Үҙҙәре эшләгән һал, таҡта, бүрәнә йәки башҡа нәмәлә йөҙөргә рөхсәт итмәгеҙ.
Балаларға түбәндәгеләрҙе өйрәтегеҙ:
Текә һәм һыу менән йыуылған ярҙа тормаһындар – уларҙың ишелеп төшөүе ихтимал. Йылға йәки күлдә бәхетһеҙлек осрағының шаһиты булһалар, юғалып ҡалмаһындар, өйгә ҡасмаһындар, ә ҡысҡырып ярҙамға саҡырһындар.
Быуылған урындарға яҡын бармаһындар, унда уйнамаһындар. Соҡор, канализация люктары һәм ҡоҙоҡ эргәһенә яҡын килмәһендәр. Ҡамыш, ҡыуаҡлыҡтар, үлән үҫкән, шишмә сыҡҡан, ағым шәп булған һәм һыу ятҡылыҡтарында, шишмәләр ҡушылған урындарҙа айырыуса һаҡ булһындар.
Балаларҙың һыу буйында ялын уларға ҡурҡыныс янамаҫлыҡ итеп ойоштороу мөһим. Кескәйҙәрҙе һыу эргәһендә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, гел бергә булығыҙ.
Батып барған кешене күрһәгеҙ, ә эргәлә махсус ҡотҡарыусылар булмаһа, уның янына йөҙөп барып, сәсенән йәки эйәгенән тотоп ярға табан йөҙөгөҙ. Артабан беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәк. Тәүҙә өҫкө тын юлдарын таҙартығыҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫоу рефлексын ҡуҙғытығыҙ. Әгәр был алым ярҙам итмәһә, ҡаза күреүсене бөгөлгән тубығығыҙға йөҙтүбән һалып, арҡаһына (күкрәк ситлегенә) баҫып, тын юлдарына тулған һыуҙы сығарығыҙ. Унан инде батыусыны арҡаһына һалып, яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләргә кәрәк.
Көндәр йылынғас, өйҙә лә, эш урынында ла тәҙрәләрҙе асабыҙ. Бәләкәй балалар өсөн был, шулай уҡ лоджия һәм балкондар ҙур хәүеф сығанағы һанала. Хатта кескәйҙәр янында өлкәндәр булғанда ла фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Бер минутҡа иғтибарыңды ситкә йүнәлтһәң, сабыйҙың тәҙрә төбөнә менеп өлгөрөп, асыҡ тәҙрәләге һаҡлағыс селтәргә таяныуы ихтимал.
Әгәр ҙә өйҙә бәләкәй бала бар икән, тәҙрәне һәр саҡ ябып тоторға, вертикаль рәүештә генә асып елләтергә, блокиратор ҡуйҙыртырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлаған селтәрҙе нисек кенә нығытһағыҙ ҙа, ул сабыйҙы ҡолауҙан араламаясаҡ. Балаларығыҙға тәҙрә төбөндә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Асыҡ тәҙрәле бүлмәлә бәләкәсегеҙҙе хатта бер нисә секундҡа ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Әйткәндәй, былтыр, Рәсәй Тәфтиш комитетының башланғысына ярашлы, пластик тәҙрәләр етештереү нормаларына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер уларҙа тәҙрәне тулыһынса асыуға юл ҡуймаған хәүефһеҙлек йоҙаҡтары, сисеп алыныусы тотҡалар мотлаҡ булырға тейеш.
Юғарыла һанап үтелгәндәрҙән тыш, балаға тағы ла көнкүреш газы, осло, эҫе нәмәләр, дарыуҙар һәм төрлө химия ҡурҡыныс тыуҙыра. Бәләкәстәргә әленән-әле улар тураһында иҫкәртеп торорға кәрәк. Ә ҡайһы берҙәрен, шулай уҡ ҡиммәтле әйберҙәрҙе тапмаҫлыҡ урынға йәшереп ҡуйыу артыҡ булмаҫ.
Балаларығыҙға сит-яттарға ишек асырға ярамағанлығын да һәр ваҡыт әйтеп тороғоҙ – был уларҙы көтөлмәгән ҡунаҡтарҙан һәм мут кешеләрҙән һаҡлар.
Уяу булайыҡ, балаларыбыҙҙы яҡлайыҡ һәм һаҡлайыҡ!