Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 00:51

“Эшселәрҙең хеҙмәте менән ҡәнәғәтбеҙ"

Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау программаһына ярашлы, Сибайҙа күп ҡатлы 25 йортта 80 подъезд рәткә килтереләсәк.

Фотолар "Сибайский рабочий" гәзитенән.
Фотолар "Сибайский рабочий" гәзитенән.
Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау программаһына ярашлы, Сибайҙа күп ҡатлы 25 йортта 80 подъезд рәткә килтереләсәк.


Уларҙың 25-ен июнь уртаһында тамамлау ҡаралған.


Ленин урамындағы 26-сы йортта йәшәгән Любовь Моратова әйтеүенсә, әле уларҙа ремонт эштәре дәррәү бара. Яңы евротәҙрәләр ҡараңғы подъезға яҡтылыҡ бирһә, стеналағы асыҡ йәшел төҫ уны тағы ла сағыуыраҡ итә. Алмаштырылған почта йәшниктәрендә гәзит-журналдар ҙа ыҡсым урын алған.


“Эшселәрҙең хеҙмәте менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Улар хатта ялһыҙ тырыша. Ремонт тамамланһа, үҙебеҙ гөлдәр ултыртасаҡбыҙ”, – ти Любовь Николаевна.


Ә бына Белов урамындағы 32-се йортта ремонт эштәре тамамланыуға табан бара. Ошонда йәшәгәндәр йыйған аҡсаға яндағы ихата төҙөкләндереләсәк, ҡоймалар яңыртыла. Ринат Муллабаев менән Марат Үлйәбаев йорттағыларҙың теләген иҫәпкә алып, һәр эште еренә еткереп башҡара.


Йортта йәшәүселәр шуны ла онотмаһын ине: подъездарҙы яңыртыу бер, ә уларҙы артабан да таҙа, төҙөк тотоу – һәр кемдең бурысы.

Читайте нас: