Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 01:10

Ихаталар яңы төҫ ала

Баймаҡ районы “Башҡорт ихаталары” программаһына – йорт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүгә әүҙем ҡушылды.

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районы “Башҡорт ихаталары” программаһына – йорт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүгә әүҙем ҡушылды.


Быйыл районға 14 855,075 мең һум бүленгән, шуның 14 014,222 меңе – республика ҡаҙнаһынан. Программаға ярашлы барлығы күп ҡатлы өс йорт ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырыла. Бындағы юлдар яңыртыласаҡ, соҡорҙар бөтөрөләсәк, эскәмйә һәм урна урынлаштырыласаҡ, балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, урамдар яҡтыртыласаҡ.
"Юл эксперты" ҡушымтаһына килгән заявкалар буйынса соҡорҙарҙы бөтөрөүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Халыҡ менән һөйләшеп, был йәһәттән берҙәм эш алып барылыуы - ыңғай һөҙөмтәнең төп нигеҙе.


Әле Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектындағы 27-се йорт алдында эш башланды: бында асфальт япмаһы түшәлә, пандустар урынлаштырыла.


Был эштәрҙе “Цезарь” йәмғиәте эшселәре башҡара. Улар әйтеүенсә, ихаталарҙы төҙөкләндереү график буйынса бара һәм бер ниндәй тотҡарлыҡ юҡ.

Читайте нас: