Һауалағы торнаны күҙләгән гүзәл заттар бар.
– Гөлкәй, ниңә өйҙә ултыраһың ул? Театрға, киноға барырға була бит, исмаһам, ял көндәрендә?
– Бармайым. Оялам. Яңғыҙлығымдан оялам.
– Унда бөтәһе лә ире йәки ҡатыны менән йөрөмәй ҙә инде, әхирәтең менән барһаң ни була?
– Ю-ууҡ, мөхәббәт тураһындағы спектаклде йә киноны һөйгән йәр менән генә ҡарарға кәрәк...
Килештерә Гөлкәй, һис шикһеҙ, килештерә, хатта хәйләләй ҙә кеүек... Һәр хәлдә, үҙемсә шулай уйлайым, сөнки тормоштоң көндәлек мәшәҡәттәрен теүәлләгәндә, һөйгән йәрең менән гел бергә етәкләшеп йөрөп булмай ул. Шулай ҡайһы ваҡыт эштән арып ҡайтҡан иремә: “Әйҙә, театрға барып киләйек әле, шундай шәп тамаша тиҙәр!” – тип ауыҙ асыуым була, ул:
– Ҡуйсы әле, үҙең генә бар, әхирәттәрең дә быуа быуырлыҡ. Булмаһа, малайҙарҙың береһен эйәрт, – тип баш тартырға ашыға һала. Ни тип әйтәһең? Ирҙәрҙең күбеһе рухи яңырыуҙы театрҙа түгел, ә хоккей-футболлы стадионда йә иһә диванда, телевизор ҡаршыһында, эҙләй.
Гөлкәйебеҙгә быны иҫбатлап буламы һуң? Ул театрға принц ултырған аҡ дөлдөлдө эйәртеп кенә түгел, хатта етәкләп барырға ла риза, тик уның ынтылыш-хыялдарын һаман аңлаусы-күреүсе генә юҡ. Дөрөҫөрәге, уның талаптарына тап килгән ир-ат осрамай һаман.
Күктән төшкән фәрештә тип уйлап ҡуймағыҙ Гөлкәй тураһында: аяғында ныҡлы баҫып торған, ата-әсәһе ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштар яулаған Ер ҡыҙы ул. Төплө белгес, һөнәр оҫтаһы. Ойошмаларында иң шәп, ҡәҙерле белгестәрҙең береһе. Аҡсаһын да етерлек эшләй, торлаҡ проблемаһы ла юҡ. Машинаһы ирҙәр көнләшерлек – затлынан, уңайлыһынан. Теләгәнен ашай, теләгәнен кейә, тигәндәй. Йыл һайын берҙе генә түгел, хатта икене диңгеҙ буйына барып, күркәм буй-фиғелен йылытып ҡайта... Шәп ҡыҙ, һис шикһеҙ. Тормош девизы ла бына тигән: “Булғас – иң яҡшыһы булһын, булмаһа – булмаһын”. Тик бына принц та, дөлдөлө лә һаман юҡ та юҡ...
Фәҡәт билдәле тәртип буйынса йәшәгән кеше булараҡ, былтырғы пландарына ул кейәүгә сығыуҙы индергәйне лә, тик... әллә тоҙағына эләккән ир сығынсыраҡ булды, әллә башҡа сәбәбе – туй мәсьәләһе хәл ителмәне. Гөлкәй бит ул: бер аҙ күңелһеҙләнеп алғандан һуң, тормошҡа ашмаған пунктты быйылға күсереп яҙып ҡуйҙы.
...Театрға йөрөмәүенең дә сәбәбе ошонан: спектаклгә мыҡты кәүҙәле олпат ирҙе ҡултыҡлап тороп бармағас, тамаша буйы ләстит сурытып баш ҡатырған (хәбәрҙе һөйләп өлгөрөргә кәрәк – башҡа ҡайҙа осрашһын эш кешеләре?!) әхирәттәрҙе эйәртеп йөрөүҙән ни фәтүә?! “Яңғыҙлығымдан оялам” тигәне лә форма өсөн – шундай ҙа күркәм ҡатындың, ысынлап та, театр һынлы театрҙа “хужаһыҙ” йөрөүе – килешмәгән хәл. Шулай, барыһын да уйлап эшләй беҙҙең Гөлкәй. Барыһы ла тәртип менән, план буйынса. Дәрт-дарманын бушҡа сарыфламай, кәрәкмәгән ғәмәлдәргә түкмәй: һөнәри ҡаҙаныштар йәки үҙе өсөн файҙалана. Шуға ла аралашҡаны – фәҡәт абруйлы, таныш-тонош кешеләр, улар менән теләһә ҡайһы ваҡытта проблемаларҙы хәл итеп тә, “бутҡа бешереп” тә була...
Ғөмүмән, “һин – миңә, мин – һиңә” ҡанунын ифрат үҙ итә Гөлкәй. Ә миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлелек, туғанлыҡ тойғолары ҡайҙа, тиерһегеҙ. Юҡ, насар уйлап ҡуймағыҙ: был пунктты ла иҫәпкә алған, төшөрөп ҡалдырмаған. Йылына бер-ике тапҡыр мотлаҡ мәсеткә барып хәйер бирә, эштәре уң барһын тип, ишек төбөндә дежурҙа ултырған хәҙрәттән доға уҡыта. Башҡарылған бурыс һәм еңеллек тойғоһо кисереп ҡайта шунан. Туған-тыумасаһына ла күстәнәсһеҙ йөрөгәне юҡ, әлбиттә. Ә ғөмүмән, йәлләткес тойғоларға юл бирергә яратмай: тормошта уңышҡа өлгәшәм тиһәң, һәр ғәмәлдә ҡатылыҡ кәрәк һәм һәр кем үҙе өсөн яуап бирә.
Бына шундай ул беҙҙең Гөлкәй. “Иҫәпсел бигерәк”, “яһалмалылығы ярылып ята”, “һауалы” тип артынан ут сәсеп ҡалғандарға төкөрөп тә бирмәй, осраған ҡаршылыҡтарҙы терһәге менән булһа ла төртөп үтә лә китә. Тик... Бер генә нәмәне онотоп ебәрә буғай: ул да булһа ваҡыт төшөнсәһен. Мәңге йәш һәм көслө булырмын тигән ышанысын ҡаҡшатырлыҡ ғәмәлдәр әлегә осрамаһа ла, инде үҫеп бөткән, балалары булған йәштәштәрен осратһа, бер аҙ күңеле һулҡылдап ҡуя-ҡуйыуын. Тормошҡа ашмаған маҡсаты тороп ҡалғаны юҡ, тик бына планындағы кейәүгә сығыу һәм бала табыу пункттарын ғына һаман бойомға ашыра алмай. Ҡырҡҡа аяҡ баҫҡанда, үкенеслерәк, әлбиттә... Шыҡһыҙыраҡ көндәрҙә йә иһә буранлы ҡараңғы төндәрҙә һалҡын түшәгендә оҙаҡ ҡына боршаланып, уйланып ятҡаны ла булғылай. Уйлап ҡараһаң, ошо сынъяһау донъяһы, гараждағы машинаһы кемгә ҡалырға тейеш? Кем өсөн булдыра ул барыһын да? Дуҫ-иштәренең генә түгел, туғандарының да һәр ҡайһыһының үҙ донъяһы – ҡайҙан ҡасан ҡайтһалар ҙа, өйҙәрендә уларҙы кемдер борсолоп, һағынып көтөп тора.
Ошондай әрнеүле минуттар күңелен тырнап-болоҡһотоп торһа ла, иртән торғас, уның сәмле булмышы уяна, мин-минлеге, ғәҙәттәгесә, хис-тойғоһон, шиктәрен туҙҙырып ташлай. Ул үҙен ипкә килтерә, кейенә-йыйына, камил прическа яһай һәм тағы ла эшкә сығып йүгерә. Тағы ла тынғыһыҙ, ваҡиғаларға бай, сағыу көн үтә; эшен теүәл башҡара, бәҫле кешеләр менән аралаша, әһәмиәтлелеген тоя, маҡтау һүҙҙәре ишетә... Тик кис етә, уттар һүнә, офистан барыһы ла яҡындары янына ашыға, тик бер Гөлкәй генә, яңғыҙлығын усҡа йомоп, башын юғары күтәреп, ғорур аҙымдар менән затлы, әммә йәнһеҙ фатирына йүнәлә...
...Уңған, сибәр ҡыҙҙар ир-атты бер аҙ өркөтә инде – быныһы күптән билдәле. Ирҙәрҙең ирҙәрсә ябай, тура фекерләүенән килә был: ошо ғорур, тәкәббер ҡиәфәт артында йылыға һәм хәстәргә мохтаж нескә күңелле йән эйәһе йәшеренгән, тип уйлап та ҡарамай улар. Шул уҡ ваҡытта бер етешһеҙлектән дә азат булмаған ҡәҙимге уҙаманды (әллә мин яңылышаммы – принцтар булалыр, бәлки?) алһыу күҙлек аша принц тип күрергә ниәтләгән, абынырын да уйламай, һауалағы торнаны күҙләгән гүзәл затҡа ни тип әйтәһең? Кем ғәйепле?