“Фатирыбыҙ күп ҡатлы йортта урынлашҡан. Әммә төшкөһөн дә, кисен дә күршеләребеҙ ныҡ шаулай. Уларға тыныслыҡ кәрәклеге тураһында өндәшһәң, 23 сәғәткә тиклем тауышланырға мөмкин, тип яуаплайҙар. Улар хаҡлымы?
– Юҡ, әлбиттә. Көндөҙгә ваҡытта ла билдәле кимәлгә тиклем генә шауларға мөмкин. Әгәр күршеләрегеҙ тыныс ял итергә ирек бирмәй икән, тауышты кәметеү тураһында һорай алаһығыҙ. Күп осраҡта: “Торлаҡ минеке, нимә теләйем, шуны эшләйем”, – тигән яуапты ишетергә мөмкин. Әммә уларға күп ҡатлы йорттарҙа йәшәү ҡағиҙәләренең барыһы өсөн дә уртаҡ икәнлеге хаҡында иҫкәртергә тура киләсәк. Әгәр үтенесегеҙ иғтибарһыҙ ҡалһа, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, шул иҫәптән участка инспекторына мөрәжәғәт итегеҙ. Улар килеп, хоҡуҡ боҙоуҙы теркәһә, күршеләрегеҙгә штраф түләтеү бурысы йөкмәтеләсәк. Әгәр йылына ике тапҡыр шулай тыныс мөхиткә хоҡуғығыҙ боҙолһа һәм теркәлһә, һеҙ суд тәртибендә әхлаҡи зыянды ҡаплата алаһағыҙ. Был осраҡта, әлбиттә, дәлилдәр булырға тейеш.
“Район үҙәгендә ҙур ғына ер участкаһы һәм йортом бар. Ошо күсемһеҙ милекте ҡыҙыма бүләк итергә ине. Һалым һалынамы икән?
– Рәсәй Һалым кодексының 217-се статьяһына ярашлы, туғандарға күсемһеҙ милекте бүләк итеү килешеүҙәрендә НДФЛ һалынмай. Бынан тыш, йортоғоҙҙоң нисә йыл шәхси милектә булыуы ла иҫәпкә алына.
“Предприятие етәксеһе хеҙмәт договорын минән тыш үҙгәртә аламы?”
– Һеҙгә һорауығыҙҙы аныҡлабыраҡ яҙырға ине. Предприятиела ойоштороу йәки технологик үҙгәрештәр ваҡытында ғына етәксе үҙе генә договорҙы үҙгәртеү хоҡуғына эйә. Әммә ул ойошманың финанс хәле насарайыу сәбәпле эш хаҡы күләмен кәметә алмай. Бынан тыш, ул ике ай алдан иҫкәртмәйенсә эш графигын үҙгәртеү хоҡуғына ла эйә түгел.