Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 15:16

Һыйыртауға һыйынған Һабанаҡ

Йәштәрҙең маҡтауға лайыҡ эштәре яҡты киләсәккә өмөт-ышанысты арттыра.

Йәштәрҙең маҡтауға лайыҡ эштәре яҡты киләсәккә өмөт-ышанысты арттыра.


Мәсетле районының хозур мөйөштәренең береһендә урынлашҡан Һабанаҡ ауылы ерле халыҡтың ғорурлығы булған Һыйыртауға һыйынып ҡына ята. Аҙ ғына алыҫтараҡ Таштау, Ыйыҡтау һәм Һаҡтау кеүек мәғрур тауҙар теҙелеп киткән. Һыйыртауҙағы сәхнә кеүек тигеҙ таштарҙан иҫ киткес матур күренештәр асыла: бормаланып аҡҡан Әй йылғаһы, һыубаҫар болондар, күҙ ҡарашы иңләмәҫ урманлы тауҙар...


Бай тарихлы ауыл


Һабанаҡ Ләмәҙтамаҡ ауыл советына ҡарай. Ауылдың Мәжит Ғафури, Чкалов, Йәштәр урамдарына асфальт түшәлгән, Әй һәм Шишмә урамдары ҡырсын­ташлы. Йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткән. 2008 йылда сафҡа ингән социаль-мәҙәни үҙәктә балалар баҡ­саһы, мәктәп, клуб, фельдшер-аку­шерлыҡ пункты, китапхана урынлашҡан.

Һабанаҡ – бик үҙенсәлекле, бай тарихлы ауыл. Бында үткән быуат башында бөтә волостың ашлыҡ һаҡламын тотоу өсөн махсус төҙөлгән келәт – мәгәзәй (русса “страховой магазин” һүҙенән) һаҡланған. Шулай уҡ рево­люцияға тиклем төҙөлгән мәсет тә бөгөн­гәсә иман йорто булараҡ хеҙмәт итә.
Ауылда ике обелиск бар. Улар­ҙың береһе Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең яҡты иҫтәлеген мәң­геләштергән, ә икенсеһе Граждан­дар һуғышы, коммуналар ойошто­роуға бәйле шанлы ваҡиғаларҙың ҡорбандары рухына бағышланған.


Һабанаҡ – шанлы тарих шаһиты


Ауыл йылъяҙмаһындағы шанлы ла, ҡанлы ла ваҡиғалар тап ана шул революциянан һуңғы йыл­дарға барып тоташа. Был хаҡта райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова бына нимәләр һөйләне:

– Бынан 100 йыл элек Совет власы урынлашыу менән беҙҙең төбәктә коллективлаштырыуҙың тәүге башланғыстары барлыҡҡа килә. 1918 йылдың апрелендә яңы ҡоролош өсөн янып-көйгән коммунистар Ыҡтамаҡта тәүге хеҙмәт коммунаһы төҙөргә ҡарар итә. Был башланғысҡа Дыуан-Мә­сетле, Һабанаҡ һәм башҡа ауылдарҙың активистары ла ҡушыла. Әммә байҙар ҡатламына ҡараған кулак-сауҙагәрҙәр ауыл­дағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы йәше­рен асыу менән күҙәтә һәм 1918 йылдың июнендә төбәк тарихына “Кулак фетнәһе” тигән атама менән инеп ҡалған ҡанлы ваҡиға­лар башлана. Совет власы дошмандары йәшерен һүҙ ҡуйышып, большевиктарҙан һәм коммунар­ҙарҙан үс алыуҙы алдан ентекле планлаштыра. Яңы тормош яҡлы­ларҙың күптәре атып, туҡмап, йыртҡыстарса язалап үлтерелә, ә бәғзеләре дөйөм соҡорға те­реләй күмелә. Дыуан-Мәсетле ауылының туғандар ҡәберле­гендә – 33, Һабанаҡта 27 совет власы активисы ерләнгән.
Әлеге көндә Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле һәм Һабанаҡ ауылдарында революция дошмандары тарафынан үлтерелгән ҡорбандар иҫтәлегенә обелисктар ҡуйыл­ған. Уларҙың авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Барый Кәлимуллин, уның атаһы ла ошо аяуһыҙ фетнәнең ҡорбаны була.
Алыҫ революция һәм Граждандар һуғышы заманынан бер быуаттан ашыу ваҡыт үткән, ләкин коммунарҙар хаҡындағы иҫтәлек әле лә тере. Күбеһенең исеме ауыл урамдарына бирел­гән, улар тураһындағы документтар һәм хәтирәләр музейҙарҙа һаҡлана.


Мир ҡорбаны – боронғо йола


22 июндә Һабанаҡ ауылы хал­ҡы Мир ҡорбаны үткәрергә йыйына. Ул – ошо төбәктә элек-электән уҙғарылған боронғо йола. Элегерәк тотош волость кимә­лендә хәлле кешеләрҙең башлан­ғысы менән ойошторолған. Ха­лыҡ бергәләп аҡса йыйып, ҡор­банлыҡ мал һатып ала һәм уны һуғыштарҙа һәләк булған әруах­тар рухына бағышлап сала. Ҙур яланда тәүҙә етем балаларҙы, мохтаждарҙы ашатҡандар. Ошонда уҡ төрлө уйындар, ярыштар ойошторол­ған, әммә уларҙа тик малайҙар һәм ир-егеттәр генә ҡатнашҡан.
Мәсетлеләр был йоланы ғә­ҙәттә 22 июндә – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә үткәреп килгән. Һуңғы йылдарҙа июнь айына ураҙа тура килеү сәбәпле, йола уҙғарылмай торған. Быйыл район кимәлен­дәге сараны һабанаҡтар ойош­тормаҡсы. Унда үрҙә һөйләнгән революция, Граждандар һуғышы, коллективлаштырыу осоро ҡор­бандары, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре рухына аяттар бағыш­ланасаҡ, ҡорбанлыҡ мал салы­насаҡ. Ауыл фермеры Ольга Йәр­мөхәмәтова бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә йыйына, халыҡ та ситтә ҡалмаясаҡ.
Әлеге сара айҡанлы ауылда төҙөкләндереү эштәре йәнләнгән, кешеләр йорт-ҡураһын, ихата алдын тәртипкә килтерә. Ауыл хаки­миәте башлығы Рәил Низамов “ҙур эшкә тотоноу халыҡты бер­ләштерҙе” тип билдәләне: зыярат кәртәләнгән, иҫке клуб урыны йы­йыштырылған. Һаба­наҡ­тар, Урын­дағы башланғыс­тарҙы яҡлау прог­раммаһына ҡушылып, балалар өсөн уйын майҙансығы булды­рырға ниәтләй.
Райондың барлыҡ ауылда­рының имам-хатиптары йыйыла­саҡ сараға мәсет тә әүҙем әҙер­лек алып бара. Халыҡтың ярҙамы менән ремонт эштәре башланған: евротәҙрәләр ҡуйылған, иҙән тигеҙләп һалынған. Өмә ойоштороп, мәсеттең тирә-яғын йыйыштырып ҡуйғандар. Ауылдың имам-хатибы Данир Вәлиев халыҡтың изге эшкә дәррәү тотоноуына, бигерәк тә йәштәрҙең әүҙем ҡушылыуына рәхмәтле булыуын белдерҙе.
Бер быуатлыҡ тарихы булған мәсет бөгөн дә халыҡҡа иман нуры таратыуын дауам итә. Бында Гөлнара Йомаҙилова тарафынан ғәрәп телен өйрәнеү курстары ойошторолған, унда ололар менән бер рәттән балалар ҙа теләп йөрөй.


Аҡ ниәтле ағинәйҙәр


Үткән йыл аҙағында ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ағинәйҙәр ҡорона берләшкән. Был матур башланғысҡа балалар баҡса­һында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән Альмира Сәби­ғийәрова етәкселек итә.
Илүзә Ниғмәтуллина, Гөлнара Йомаҙилова, Рәзилә Абдул­ха­ҡова, Анзалита Мусина һәм Әминә Хафизова – ағинәйҙәр хәрәкәте­нең иң әүҙем ағзалары. Уларҙың һәр береһе төньяҡ-көнсығыш баш­ҡорт­та­рының милли кейемен, уға хас орнамент һәм биҙәүҙәрҙе өй­рә­неп, матур костюмдар тегеп кей­гән. Дәртле ағинәйҙәр яҡташ­та­ры – виртуоз ҡумыҙсы Миңле­ғәфүр Зәйнет­диновтан дәрес алып, ҡумыҙҙа ла уйнарға өйрәнгән.
Күптән түгел генә ойошоуҙа­рына ҡарамаҫтан, ауыл мәҙәниәт йортонда “Өләсәйем һандығы” тигән матур кисә үткәргәндәр. 10 майҙа улар тарафынан тағы бер ҙур сара – “Ауылым биҙәге – Һыйыртау” тип аталған байрам ойошторолған. Исеменән үк күренеүенсә, ул һабанаҡтарҙың яратҡан тауына бағышланған. Әйткәндәй, тау хаҡында бик матур легендалар һаҡланған, уның тура­һында йырҙар, шиғырҙар ижад ителгән. “Һыйыртауҙы күрмәгән­һең икән, тимәк, һин Һабанаҡта булмағанһың”, – ти шаяртыу ҡатыш ауыл халҡы.
Уйын-көлкө, йыр-бейеү, күңел­ле ярыштар менән аралашып барған байрамды киләһе йылда мотлаҡ тағы үткәрергә хәл иткәндәр.
– Эшмәкәрлегебеҙҙә халҡы­быҙ­ҙың бай рухи мираҫын, онотолоп барған йолаларыбыҙҙы һаҡ­лауға һәм тергеҙеүгә ҙур иғти­бар бирергә тырышабыҙ. Килә­сәктә йәш быуынды тәрбиәләү эшенә әүҙемерәк ҡушылырға, мәктәптәр­ҙә осрашыуҙар уҙғарыр­ға уйлай­быҙ. Бәлки, башҡаларҙан ҡалыш­май “Айыҡ ауыл” акция­һына ла ҡушылырбыҙ әле, – тип ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе уй-ниәттәре менән ихлас уртаҡлашты.


Йәнтөйәгем тип йәшәгән йәштәр бар


Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова менән район ҡатын-ҡыҙҙар ойош­маһы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова һуңғы осорҙа Һабанаҡ ауылы халҡында айырым бер дәрт, сәм уяныуына һоҡланыу белдерҙе. Бигерәк тә тыуған төйәгенең киләсәгенә битараф булмаған йәштәрҙең барлығы һөйөнөслө. Был тәңгәлдә Айнур Зәбихуллин, Урал Мусин, Наил Хафизов, Алмас Хәбибуллин, Динар Ғәзизов кеүек егеттәрҙе билдәләп үтергә кәрәк. Ағинәйҙәр өлгөһөнә эйәреп, улар ауылдың йәштәр ойошма­һын барлыҡҡа килтергән. Тап әлеге егеттәрҙең бер­ҙәм көсө менән Һыйыртау башында “Мин Һабанаҡты яратам” тигән үҙенсә­лекле арт-объект ҡал­ҡып сыҡҡан. Был башлан­ғыс­тың авторы – Айнур Зәбихуллин.
– Ағинәйҙәр Һыйыртауҙа байрам ойошторабыҙ тип дәртләнгәс, сара алдынан әлеге урында өмә үткәрҙек. Ошонан һуң ауылдаштар өсөн ниндәйҙер кү­ңелле һәм ғәҙәти булмаған нәмә эшләү теләге тыуҙы һәм әлеге арт-объектты төҙөп ҡуйырға булдым. Ундай стелалар Рәсәй­ҙең күп кенә ауыл-ҡалаларында бар. Уларҙан айырмалы булһын тип, Башҡорт­ос­та­ныбыҙҙың флагын һынлан­дырған йәшел, күк һәм аҡ төҫтәрҙе файҙаланырға ҡарар иттем. Эшемде күреп, дуҫтарым да ил­һам­ланды һәм теләктәшлек бел­дерҙе, кәрәкле материалдар – це­мент, йәшел һәм күк төҫтәге ти­мер табаҡтары, хәрефтәр һа­тып алырға ярҙам итте, – ти Айнур.
Әйткәндәй, тап ошо егәрле егеттәр ағинәйҙәр ойошторған байрам өсөн Һыйыртау итәгенә сәхнә эшләп ҡуйған. Йәштәр тыу­ған ауылы өсөн тағы ла бер изге эш атҡарған: ауылдың йәмен ебәреп ултырған иҫке клуб бина­һын һүтеп, урынын йыйыш­тыр­ған. Был эштәрҙә Алмас Хәби­бул­лин, Наил Хафизов, Айҙар Ғәлимов һәм Динар Ғәзизов әүҙем ҡатнашҡан. Искәндәр Ғилмет­динов үҙ техникаһында сүп-сар сығарыуҙы ойошторған.
Әлбиттә, ауылдың киләсәген ошоноң ише тырыш, алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәр билдә­ләй. Егеттәр Һабанаҡтың киләсәге өмөтлө булһын өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Бына шундай рухлы, булдыҡлы, ижади ҡарашлы, иң мөһиме – тыуған еренең ысын патриоты булған йәштәр барында ауылдарыбыҙға яҡты яҙмыш юрарға нигеҙ бар.


Мәсетле районы.
Читайте нас: