Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2019, 17:15

"Минең төбәгем": йәштәр юлға сыҡты

"Минең төбәгем". Ошолай атала этно-туристик белем биреү проекты. Кисә бер төркөм йәштәр Өфөнән Башҡортостандың иң матур урындары буйлап сәйәхәткә юлланды.

Тимур Ямалов фотоһы.
Тимур Ямалов фотоһы.
"Минең төбәгем". Ошолай атала этно-туристик белем биреү проекты. Кисә бер төркөм йәштәр Өфөнән Башҡортостандың иң матур урындары буйлап сәйәхәткә юлланды.
Уларҙың тәүге туҡталған урыны Белорет районының Шәре таштары булһа, артабан төркөм Бөрйән районының “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына юл тотто.
Бөгөн башҡорт көнкүреше, мәҙәниәте, йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға теләгәндәрҙе район һабантуйы ҡаршы алды, алда уларҙы данлыҡлы “Шүлгәнташ” мәмерйәһе көтә.
Артабан йәштәр Әбйәлил районындағы Яҡтыкүлгә юлланасаҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: “Минең төбәгем” блог турында ҡатнашыусылар сәйәхәт итеп кенә ҡалмай, ә билдәле блогер Алиса Котлярованың оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап, Интернет киңлектәрендә нисек үҙ контентың менән билдәлелек яуларға, текстарҙы матур, уҡыусыны ылыҡтырырлыҡ итеп яҙырға өйрәнә.
Читайте нас: