Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Бөрйәнгә эш сәфәре данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия менән тамамланды.
Унан алда төбәк башлығы ошондағы тарихи-мәҙәни комплекстың төҙөлөш барышын ҡараны. Музейҙы булдырыуҙың маҡсаты – мәмерйәнең үҙенсәлекле палеолитик рәсем сәнғәтен һаҡлау һәм төбәккә туристарҙы күберәк йәлеп итеү. Проект буйынса, ул өс ҡатлы буласаҡ, дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метр. Ғилми-тикшеренеү өсөн лаборатор комплекс, фонд һаҡлағыс, архелогик экспонаттар музейы эшләйәсәк.
“Ҡеүәтле ғилми-тикшеренеү, мәғариф, этномәҙәниәт үҙәге буласаҡ ул”, – тине Башҡортостан мәҙәни мираҫының күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Динар Ғәйнуллин. Төҙөлөштөң хаҡы – 350 миллион һум.
Радий Хәбиров Шүлгәнташ мәмерйәһенең бер нисә залында булды. Шул иҫәптән туристар өсөн ябыҡ өлөштә лә. Ул 20 мең йылдан ашыу элек ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында эшләнгән. Республика етәксеһенә ошо йәһәттән ниндәй саралар атҡарылғаны хаҡында һөйләнеләр.
Билдәле булыуынса, республика Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә заявка бирҙе.
“Әле беҙ туристар өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Улар яҡшы, уңайлы шарттарҙа сәйәхәт ҡылырға тейеш. Был Бөрйәндең иҡтисады өсөн дә мөһим. Киләһе йыл ошо эштең тәүге этабын тамамларбыҙ тип ышанам. Уникаль һүрәттәрҙе һаҡламау енәйәт булыр ине. Улар бит беҙгә тиклем 20 мең йыл торған. Бурысыбыҙ – һүрәттәрҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Боронғо ваҡытта, халыҡ ауыр шарттарҙа йәшәү өсөн тырышҡанда, араларында ҡараңғыла һүрәт төшөргәндәр булған. Асылда, кеше ошондай ғәмәлдәре менән күркәм. Шуның өсөн дә бында айырыуса көслө тойғолар кисерәм”.