Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 17:09

Йәй ниндәй булыр?

Июндә Башҡортостанда уртаса һауа температураһы норманан әллә ни айырылмай – 16-18 градус йылы була, тип фаразлай синоптиктар. Яуым-төшөм миҡдары 70 миллиметрҙан артмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта айҙың тәүге декадаһында 0-дән 2 градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал.

“Йәйҙең тәүге айы тотороҡһоҙ булмаҡсы. Ҡойма ямғырҙар, борсаҡ яуыуы, көслө ел көтөлә. Тәүге аҙнала һауа температураһы плюс 4 градусҡа тиклем түбәнәйә. Июндең икенсе яртыһында 26-31 градус йылы булыуы күҙаллана”, – тине “Башгидрометүҙәк” етәксеһе Вилора Горохольская.

Июль һәм август температура буйынса күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән айырылмаясаҡ. Июлдә яуым-төшөмдөң күберәк, августа иһә нормаға яҡын булыуы фаразлана.

Фото: Tumentoday.ru.
Читайте нас: