Төнөн Өфө үҙәгендәге Менделеев урамында ике торлаҡ йорт янып киткән. Юғары категориялы янғынды һүндереүгә ете берәмек техника һәм 26 кеше йәлеп ителгән.
Урынға килеп еткән ҡотҡарыусылар 200 квадрат метр майҙанда ике өйҙө, бер мунсаны ут ялмағанын күрә. Таңғы ҡарай янғын ауыҙлыҡлана, артабан тулыһынса һүндерелә.
Зыян күргән һәм һәләк булған кешеләр юҡ. Ут сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана.
Фото: МЧС матбуғат хеҙмәте.