Әхмәтовтар хеҙмәт менән хөрмәт ҡаҙанған.
Кушнаренко районының Байталлы ауылынан бихисап хеҙмәт алдынғылары сыҡҡан. Шулар араһында Әхмәтовтар династияһын айырып билдәләп үтергә мөмкин.
Ғаилә башлығы Сәрүәретдин Әхмәтов – Бөйөк Ватан һуғышы яугире, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында данлы яу юлдары үтеп ҡайтҡан батыр һуғышсы. Бөгөн уның фоторәсеме кавдивизияның Дим биҫтәһендәге музейына ла ҡуйылған. Улар хәләл ефете Мәғәсүфә Рәжәп ҡыҙы менән һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән. Мәғәсүфә инәй тормош юлдашын береһенән-береһе бәләкәй биш бала менән һуғышҡа оҙатып, көтөп алған.
Өлкәндәре Нәсимә менән Мансаф бала ғына килеш эшкә егелгән. 12 йәшлек Мансаф ғаиләлә атай урынына ҡала, туғандары тураһында хәстәрлек күрә, колхоз эшенең уртаһында ҡайнай. Ат, үгеҙ егеп, һабан менән ер һөрә, иген сәсә, бричка менән Кушнаренко элеваторына ашлыҡ ташый, утын ҡырҡыуҙа ла йөрөй. Шул замандарҙа күргәндәрен шиғри юлдарға ла һалған ул:
Иҫтән сыҡмай минең күргәндәрем,
Үгеҙ, һыйыр егеп, ҡара ерҙе
Һабан менән һөрөп йөрөгәндәрем,
Тояҡ эҙенән һыуҙар эскәндәрем...
Колхоз баҫыуынан хәлдән тайып,
Арып-талып ҡайтҡан саҡтарым.
Көтөп алып, ятлап бөтөүҙәрем
Өсмөйөшлө атай хаттарын...
Мансаф мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, хәрби хеҙмәткә алынған, Германияның Дрезден ҡалаһында өс йыл хеҙмәт иткән. Артабан ул Байконур төҙөлөшөндә, биш йыл Монголияла барған халыҡ-ара төҙөлөштә ҡатнашҡан, ике йыл Нигерияла эшләп ҡайтҡан. Үҙенә ҡушылған бурысты һәр ваҡыт намыҫ менән башҡара, бишйыллыҡтар еңеүсеһе булып танылған, фиҙакәр хеҙмәте Маҡтау грамоталары, миҙалдар менән билдәләнгән.
Сәрүәретдиндең икенсе улы Мансур ҙа бәләкәйҙән тырыш, күркәм холоҡло, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫә. Мәктәпте гел “5” билдәләренә генә тамамлап, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, юғары белемле агроном дипломына эйә була. Уны Куйбышев исемендәге колхозға эшкә тәғәйенләйҙәр. “Икмәк, ерҙә үҫкәнгә ҡәҙәр, башта игенсенең, агрономдың йөрәгендә үҫә”, – ти ул. Мансур Сәрүәретдин улы, эшендә фән ҡаҙаныштарын, агротехника яңылыҡтарын оҫта ҡулланып, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән. Уны республиканың Ауыл хужалығы министрлығына баш белгес вазифаһына саҡыралар. Яратҡан эшенә 46 йыл ғүмерен бағышлай ул. Күп тапҡыр урындағы Советтарға депутат итеп һайланған, республиканың, Рәсәйҙең Маҡтау грамоталарына, ВДНХ-ның алтын миҙалына лайыҡ булған. Ағаһы кеүек Мансур ҙа – шиғри күңелле кеше, фиҙакәр хеҙмәт менән үткән йылдары тураһында бына нимә ти: “Диңгеҙ кеүек тулҡынған иген баҫыуҙарында йылдар юймаҫ эҙҙәрем бар, йөрәктәргә сәсеп киткән һүҙҙәрем бар”. Уның “Ер күҙ йәштәренә, буш һүҙҙәргә ышанмай, уны тырыш хеҙмәт менән генә гөл баҡсаһы итергә мөмкин” тигән һүҙҙәрендә лә тормош дөрөҫлөгө, беҙҙе туйындырған ғәзиз еребеҙгә оло мөхәббәт ярылып ята.
Мансур Сәрүәретдин улы ҡатыны Фәриҙә Фәрит ҡыҙы менән ике бала үҫтереп, уларға матур тәрбиә биргән. Улы Айрат – химия фәндәре кандидаты, ҡыҙы Гөлнара – “Иммунопрепарат” берекмәһенең алдынғы хеҙмәткәре.
Тәлғәт Сәрүәретдин улы ла – Әхмәтовтар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәрҙең береһе. Ул да, Мансур ағаһы кеүек, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған һәм Кушнаренко районының иң ҙур хужалыҡтарының береһенә – “Победа” колхозына баш ветеринар булып эшкә ҡайтҡан. 43 йыл дауамында меңәрләгән мал-тыуарҙың именлеге һағында тора ул. Бушҡа ғына “табип – кешеләрҙе, ветеринар кешелекте дауалай” тип әйтмәгәндәрҙер. Күмәк хужалыҡтар тарҡалғандан һуң да һөнәренә тоғро ҡалып, 14 ауыл биләмәһен хеҙмәтләндергән, ал-ял белмәй эшләүен дауам иткән. Ғәйшә Мазһар ҡыҙы менән ҡорған татыу ғаиләһендә ике бала үҫкән, уларға юғары белем, матур тәрбиә биреүгә өлгәшкәндәр. Бөгөн Ғәйшә һәм Тәлғәт Әхмәтовтар балаларының ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренең дә уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
Әхмәтовтар династияһы тураһында һүҙ алып барғанда, күптәргә үрнәк булырлыҡ тормош юлы үткән Нәсиха Сәрүәретдин ҡыҙы тураһында һөйләп үтмәһәк, яҙыҡ булыр. Уға һуғыш осоро балалары өлөшөнә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килә. Туғандары кеүек Нәсиха апай ҙа шиғырҙар яҙа:
Тура килде беҙҙең бала саҡ.
Йәшебеҙҙән иртә өлгөрҙөк тә,
Һуғыш афәттәрен күп күрҙек.
Баҡай урта мәктәбен тамамлағас, артабан уҡыу теләге уны Өфөгә алып килгән. Тәүҙә техникум, артабан институт, марксизм-ленинизм университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән, меңдән ашыу эшсене берләштергән ойошманың партком секретары ла булған. Нәсиха Сәрүәретдин ҡыҙы 46 йыл ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлаған, “Совет сауҙаһы отличнигы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәренә лайыҡ булған. Уның төрлө дәрәжәләге Маҡтау грамоталарын һанап бөтөрлөк түгел.
Бына шундай данлы нәҫел вариҫтары ул Әхмәтовтар. Уларҙың һәр береһе ил байлығын арттырыуға үҙ өлөшөн индергән, хеҙмәте менән оло хөрмәт ҡаҙанған. Бының өсөн улар иң ғәзиз кешеләренә – атай менән әсәйгә рәхмәтле.