Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2019, 23:28

Дыуандар бәйгегә саҡыра

Дыуан районының Дыуан ауылы ипподромында 9 июндә көндөҙгө сәғәт 12-лә “Аттарҙың йәйге сабыш миҙгеле-2019” ат-спорт сараһы уҙа.

Автор фотоһы.
Дыуан районының Дыуан ауылы ипподромында 9 июндә көндөҙгө сәғәт 12-лә “Аттарҙың йәйге сабыш миҙгеле-2019” ат-спорт сараһы уҙа.
Унда өс аттың ҡушарлап сабыуын, ике, өс, дүрт һәм унан өлкәнерәк йәштәге рус, орлов тоҡомло йылҡыларҙың күрһәтмә сығышын ҡарау мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ таҙа һәм ҡатнаш тоҡомло менге, эш аттарының сабышы уҙғарыла.


Сарала “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты компетенцияһы үҙәгенән судъялар ҡатнашлығында тоҡомло юртаҡ аттарҙы һынап ҡарарға йыйыналар.