Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 21:19

Автоцистерна именлек һағына баҫа

Учалы районы Миндәк ауылының янғынға ҡаршы айырым посы технопаркы яңы янғын һүндереү машинаһы менән тулыланды.

Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Учалы районы Миндәк ауылының янғынға ҡаршы айырым посы технопаркы яңы янғын һүндереү машинаһы менән тулыланды.
“Урал” йөк машинаһы нигеҙендә эшләнгән автоцистерна һигеҙ мең литр һыу һыйҙырышлы. Ул юл хәрәкәте ваҡиғаларында, кешеләрҙе бейектән эвакуациялау кеүек авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу өсөн махсус ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған.


6,5 миллион һумлыҡ машина киләһе аҙнала учалыларҙың именлеге һағына баҫасаҡ.
Читайте нас: