Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 00:45

Радий Хәбиров Оло Теләк фажиғәһендә һәләк булғандарҙы иҫкә алды

Теүәл 30 йыл элек июнь төнөндә Әшә – Оло Теләк тимер юлы участкаһында бер-береһенә ҡаршы килгән ике поезд һәләкәткә осраны.

Теүәл 30 йыл элек июнь төнөндә Әшә – Оло Теләк тимер юлы участкаһында бер-береһенә ҡаршы килгән ике поезд һәләкәткә осраны.


Яҡындан үткән газ үткәргес торбаһы шартлау сәбәпле, Адлер – Новосибирск һәм Новосибирск – Адлер маршруттарындағы поездарҙағы 575 кеше (башҡа сығанаҡтар буйынса – 645), шул иҫәптән 181 бала һәләк булды, 600-ҙән ашыуы йәрәхәтләнде.


Бөгөн ошо фажиғә урынында матәм сараһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул хәтер мемориалына сәскә һалды, һәләк булғандарҙың туғандары менән аралашты.


Оло Теләк фажиғәһендә зыян күргәндәрҙең һәм уларҙың туғандарының ассоциацияһы етәксеһе Виктор Храмов республика етәкселегенә, Иглин районы һәм бөтә Башҡортостан халҡына мемориалды тәртиптә тотҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ Радий Хәбировтан һәйкәлгә федераль статус биреүҙә булышлыҡ итеүҙе үтенде. Һәләк булғандарҙың туғандары иһә Хәтер китабын сығарыуҙа ярҙам һораны.


Бына 30 йыл инде Оло Теләктә ошондай матәм сараһы үтә, ә уҙып барған пассажир һәм йөк поездары ҡысҡыртып тауыш бирә.


Фото: jourcsu.ru
Читайте нас: