Октябрьский ҡалаһында була был хәл. 21 йәшлек егет танышыуҙар сайтында теркәлә һәм бер һылыуға ғашиҡ була. Ҡыҙ егеткә яҡынданыраҡ танышырға тәҡдим яһай, бының өсөн үҙенең иҫәбенә билдәле сумманы күсереүен һорай. Егет "һөйгәненә" өс тапҡыр аҡса ебәрергә маташһа ла, килеп сыҡмай.
Ҡыҙыҡай банк картаһы мәғлүмәттәрен һәм скриншотын һалыуҙы һорай. Аҙаҡ асыҡланыуынса, егеттең иҫәбенән 30 мең һум аҡса юғала. Егет шунда уҡ картаһын ябып өлгөрһә лә, ҡыҙ ҡабаттан асыуын һорағас, уның теләген үтәй. Ошонан һуң уның тағы 15 мең һум аҡсаһы оса.
Уғрыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәртип һаҡсылары осраҡлы кешеләргә карта иҫәбен бирмәҫкә, һаҡ булырға саҡыра.