Һәр нәмәлә теүәллек кәрәк.
Закондың бар талаптары үтәлеп ҡуйылған, ер сиктәрен аныҡ билдәләгән ябай ғына ҡойма әллә күпме низағтан һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Минең был яҙғандар менән ризалашмағандар булыр, әлбиттә. Әммә үрҙәге һүҙҙәрҙең хаҡлығын инҡар итмәүселәр барыбер күберәктер. Ҡойма, беренсенән, күршеләр менән аңлашылмаусанлыҡтан һаҡлаһа, икенсенән, күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙең “үтә күренмәлелеге”н тәьмин итә. Иң мөһиме: ул ер ресурстарын файҙалы ҡулланырға, һалымдың дөрөҫ күләмен билдәләргә ярҙам итә һәм күсемһеҙ милек хужаһының хоҡуҡтарын яҡлай. Һүҙебеҙ, шулай итеп, ергә кадастр иҫәбе тураһында.
Ҡоймаға бәйле бер ваҡиға иҫкә төштө. Был хәл Урал аръяғындағы ҡалала була. Ике өй хужаһының ер участкалары сиктәре законға ярашлы, йорт араларында күпме ара ҡалдырыу кәрәклеге иҫәпкә алынып ҡуйылһа, оло низағ килеп сыҡмаҫ, эш судҡа барып етмәҫ ине. Һөҙөмтәлә ике күрше ҡан дошманға әйләнә. Хәл хатта гаражды алдырыуға тиклем барып етә. Һөҙөмтәлә бик күп аҡса юҡҡа сарыф ителә. Закон талаптары үтәлеп, сиктәр билдәләнһә, гараж ҡойманан кәрәкле арауыҡ ҡалдырылып төҙөлһә, бер ниндәй ғауға сыҡмаҫ ине, әлбиттә.
Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа илдә ер ҡәҙерен күпләп белә һәм закон талаптарын үтәй башлағандар. Быйылғы тәүге өс ай мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында 60 миллион ер участкаһы бар. Уларҙың яртыһынан күберәгенең сиктәре билдәләнгән. Закон сиктәрҙе мотлаҡ асыҡлауҙы талап итмәһә лә, граждандар был эште үҙ теләге менән атҡарған.
Күптән түгел, Бөтә Рәсәй ҡала ситендәге күсемһеҙ милек хужаларына хоҡуҡи ярҙам итеү аҙналығына ярашлы, Федераль кадастр палатаһы илдәге бар филиалдарында ла “ҡыҙыу бәйләнеш” һәм “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрҙе. Барыһы биш меңдән ашыу кеше үҙен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән. Бигерәк тә Әстрхан, Брянск, Түбәнге Новгород, Орел, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүселәр белгестәргә күпләп килгән.
“Дача амнистияһы” хаҡында хәҙер һәр кем тиерлек хәбәрҙар. Уны бер нисә тапҡыр оҙайттылар инде. Һуңғыһына ярашлы, 2020 йылдың яҙына тиклем ҡала ситендәге күсемһеҙ милекте ябайлаштырған юл менән рәсмиләштерергә була. Әммә күптән түгел, 29 майҙа, ил Хөкүмәте Дәүләт Думаһына “дача амнистияһы”н оҙайтыу тураһындағы закон проектын тәҡдим итте. Ә Дәүләт Думаһы үҙ сиратында был эште 2022 йылдың 1 мартына тиклем үткәреү яҡлы. Быға күп граждандарҙың үҙ хоҡуғынан файҙаланып өлгөрмәүе сәбәпсе. Әйткәндәй, был 2018 йылдың 4 авгусына тиклем бирелгән ерҙәрҙәге торлаҡ, баҡса йорттарына ла ҡағыла.
Закон проекты ҡабул ителһә, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр һаны артыр, тип күҙаллай белгестәр. Әйткәндәй, күп кенә закон боҙоуҙар күсемһеҙ милекте рәсмиләштереүҙе тотҡарлай. Мәҫәлән, йорт һалғанда ер сигенән кәрәкле аралыҡты һаҡламау. Һөҙөмтәлә күп өйҙәр күршеһенең ҡоймаһына тиерлек терәлеп ултыра! Ҡайһы бер йорттар хатта айырыуса файҙаланыу шарттарын үтәүҙе талап иткән электр үткәргестәр һыҙаты өҫтөндә, аэропорт биләмәләрендә урынлашҡан һәм башҡалар.
Һарайҙарҙы, теплицаларҙы рәсмиләштереү менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Шуны асыҡлап китәйек. 2016 йылда Һалым кодексына үҙгәрештәр индерелгәйне. Һүҙ баҡса участкаһындағы йортҡа ғына түгел, башҡа хужалыҡ ҡоролмаларына ла һалым түләү хаҡында бара. Әммә унда иҫкәрмәләр бар. Капиталь төҙөлөш тип һаналған объекттарға ғына һалым һалына. Йәғни уларҙың ныҡлы нигеҙе бар һәм үҙҙәрен емермәйенсә күсереп булмай. Был иҫәпкә бәләкәй теплицалар, әлбиттә, инмәй. Өҫтәүенә улар Берҙәм дәүләт реестрында теркәлергә тейеш. Шулай итеп, 50 квадрат метрҙан күберәк майҙанлы, ныҡлы, нигеҙле итеп төҙөлгән һәм күсемһеҙ милек итеп теркәлгән хужалыҡ төҙөлөшөнә генә һалым һалына.
Хәҙер күптәр, башҡа торлаҡ булмау сәбәпле, баҡсаларҙа көн күрә. Уларҙы йәшәү өсөн теркәлеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Быға тиклем дачаларҙа пропискаға инергә мөмкин ине. Ә бына баҡсаларҙа йәшәү рөхсәт ителһә лә, унда теркәлергә рөхсәт булманы. Быйыл ғинуарҙан иһә закондарҙан “дача” һүҙе алып ташланды. Хәҙер, ҡануниәткә ярашлы, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәре генә бар. Тәүгеләрендә хужалар торлаҡ йорттар төҙөлөп бөткәс, рәсми рәүештә теркәлеү хоҡуғына эйә, икенселәре ауыл хужалығы эштәре өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа йәшелсә ҡуйыу, һаҡлау өсөн һарай ғына төҙөргә мөмкин.
Башҡортостан буйынса Кадастр палатаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика халҡын, нигеҙҙә, кадастр иҫәбенә тороу, баҡса участкаһына хоҡуҡты теркәү, ер участкаларын теркәү һәм был тәбиғәт байлығы менән бәйле бәхәстәрҙе хәл итеү мәсьәләләре борсой. Кадастр иҫәбенә тороу өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
*иҫәпкә тороу тураһындағы ғариза;
*ергә хоҡуҡты билдәләгән документтар;
*ергә хоҡуҡты барлыҡҡа килтергән төп документ;
*участканың геодезия планы;
*ер дәүләткә ҡараһа, башҡарма власть органының рөхсәте;
*дәүләт пошлинаһының түләнеүе тураһындағы квитанция.
Әйткәндәй, документтар теүәл, дөрөҫ һәм закон йәһәтенән бер ниндәй сикләү булмаһа, мәҫәлән, ниндәйҙер документтың дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн рәсмиләштереү процедураһы туҡтатылмаһа, 30 көн эсендә ер кадастр иҫәбенә ҡуйылырға тейеш.
Ер участкаһымы йәки йортмо, уның кадастр иҫәбенә ҡуйылыуы мөһим. Был һәр гражданға үҙенең ерен күсемһеҙ милек булараҡ рәсмиләштереү хоҡуғын бойомға ашырыу өсөн кәрәк. Шуныһын хәтерҙән сығарырға ярамай: кадастр иҫәбе буйынса эштәрҙе аккредитация үткән кадастр инженерҙары ғына атҡара ала. Ә был мәғлүмәтте “Росреестр” сайтындағы “Кадастр инженерҙары реестры” бүлегенән ҡарап белергә мөмкин.
Алһыу ЙЫҺАНОВА, Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы “Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кадастр инженеры:
– “Дача амнистияһы” законы йорт-ҡаралтыларға документ юллауҙы бер аҙ ҡатмарлаштырҙы. Хәҙер урындағы халыҡ ер кадастрына ғына түгел, район хакимиәтенә лә төҙөлөш башланыуы һәм уның тамамланыуы тураһында белешмә алыу өсөн мөрәжәғәт итергә тейеш. Элек был документ талап ителмәй ине. Үҙ сиратында был процедура күсемһеҙ милекте рәсмиләштереүгә ваҡытты күберәк талап итә. Ваҡыт ҡиммәтләнгән заманда был да мөһим тип иҫәпләйем.