Ошо араларҙа элекке колхоз тормошона арналған бер нисә иҫке фильм ҡарарға тура килде. Сюжеттарҙың бер ҡатлылығы, геройҙарҙың уйнағандағы яһалмалығы йылмайыу уятһа ла, халҡыбыҙҙың шул осорҙағы рухи күтәрелеше, матур маҡсаттар менән йәшәүе, шишмә сафлығы бар ул таҫмаларҙа.
Кисә бына 1937 йылғы бер фильмды ҡараным да, ә ошо артистарҙың, ҡатнашыусыларҙың күпмеһе репрессияға эләкмәне, һуғышта һәләк булманы, ә кемдәре ошаҡ еткереп торҙо икән тигән уйҙар ҙа башҡа инеп ояланы.
Сюжет ябай: ялан алдынғыһы ҡыҙ менән тракторсы егет ғашиҡ булышҡан, өйләнешергә уйлай. Ә үҙҙәре бер-береһенең хеҙмәттәге уңыштары менән ҡыҙыҡһына – хеҙмәттәштәре шулай өйрәтә, имеш: эштә ялҡау икән, ғаилә тормошонда ла йүнле булмаҫ.
Алдынғы ҡыҙға күҙе төшкән иҫәпсе егет икеһенә лә һәр икеһе тураһында түбән һандар әйтеп ялғанлап, былар араһын бутай ғына. Һөҙөмтәлә йәштәр саҡ ташлашмай ҡала, әммә ҡапыл килеп сыҡҡан ҡойонло ямғыр уларҙың ни тиклем хеҙмәт ҡаһарманы икәнен бер-береһенә асып һала.
“Кубанские казаки” фильмында ла шулай бит: ике колхоз социалистик ярышта ҡатнаша, бында ла йәштәр араһында ғишыҡ-ғишрәт ҡайнап тора, әммә ғашиҡтар икеһе ике колхоздан икән, ҡамасауларҙарын көт тә тор! Алдынғы колхозсы Дашаны ебәрергә теләмәй, колхоз рәйесе Ворон уны кире һуғып та маташа. Әммә ҡыҙ үҙенекенә өлгәшә – бәйгелә алда килгән һөйгәненә кейәүгә сығырға үҙе ҡуйған шарт буйынса рөхсәт ала.
Был ике колхоз рәйестәре лә бер-береһенә ғашиҡ, әммә әлеге лә баяғы барыһынан алда йөрөгән социалистик ярыш уларҙың да мөнәсәбәттәренә йоғонто яһамай ҡалмай. Ярай әле һуңғы сиктә аңлашып ҡуялар.
Әйткәндәй, башҡорт әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә лә шундайыраҡ әҫәрҙәр булды бит. Совет осорондағы киң билдәле спектаклдәрҙе иҫкә төшөрәйек, унда ла мөхәббәт һәм социалистик ярыш күрһәткестәре үҙ-ара үрелеп бара. Йәнә ошондай йыр ҙа булды (һүҙҙәре онотола башлаған икән):
– Улай булғас, Хәмдиәкәй,
Туҡта-туҡта, эшләп-эшләп,
– Егет һүҙе, һай, бер булһа,
Урам буйлап һөйләп йөрөмә,
Хәҙерге йәштәргә был бик сәйер кеүек тойолор. Әммә беҙҙең осор идеологияһы шулай ине: иң тәүҙә хеҙмәт, йәмғиәт өсөн тырышлыҡ, шунан ҡала – шәхси тормош. Аслыҡ-яланғаслыҡ, ике һуғыштан һуң бары энтузиазм көсө менән ил күтәрелде бит.
“Трудодень”гә эшләп йыйылған халыҡ байлығының эт-ҡошҡа таралыуы ғына йәнде әрнетә.
Ә мөхәббәт – заман нисек килмәһен – бар. Булһын да...