Башҡортостандың Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында һыуҙың сифаты норма талаптарына яуап бирмәй. Ошоларҙы иҫәптә тотоп, “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда эсәр һыу сифатын арттырған төбәк программаһы проекты әҙерләнде.
Проекттың маҡсаты – таҙа эсәр һыу менән күберәк кешене тәьмин итеү. Әле үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан 86,6 процент халыҡ ҡуллана. 2024 йылда был һан 92,5 процентҡа етергә тейеш. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республиканың 29 муниципалитетында һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау талап ителә.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов белдереүенсә, эсәр һыу сифатын арттырыу маҡсатында министрлыҡ тарафынан төбәк программаһы әҙерләнгән.
2019 – 2024 йылдарҙа был маҡсатта Башҡортостанға 4254,15 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Уның 4169,067 миллион һумы – федераль, 85,08 миллион һумы республика бюджетынан бүленәсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: shpikshkol1.blogspot.com