Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 16:04

Мунсала – ир менән ҡатын мәйете

Бөгөн иртән республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә мунса яныуы тураһында хәбәр килә. Урынға дүрт берәмек техника һәм 10 янғын һүндереүсе юллана.

Бөгөн иртән республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә мунса яныуы тураһында хәбәр килә. Урынға дүрт берәмек техника һәм 10 янғын һүндереүсе юллана.


Күгәрсен районының Волостновка ауылына килеп еткән ҡотҡарыусылар 3х5 квадрат метр ҙурлығындағы ҡаралтыға ут ҡапҡанын күрә. Янғын һүндереү барышында 1965 һәм 1957 йылғы ир менән ҡатындың мәйете табыла.


Ут сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана. Бер фараз – тәмәке тартыу арҡаһында, сөнки мунсаға газ да, электр уты ла үткәрелмәгән була.


Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: