“Өфөләге юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алған улым район үҙәгендәге бер ойошмала практика үтәсәк. Уны хеҙмәткәрҙәр штатына алырға тейештәрме?
– Әгәр улығыҙ белем алған уҡыу йортонан йүнәлтмә буйынса практика үтә икән, ойошма уның менән хеҙмәт килешеүе төҙөргә тейеш түгел. Сөнки практика уҡыу процесының бер өлөшө булып һанала. Был хаҡта 2012 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы 273-сө Федераль законда яҙылған. Әйткәндәй, хеҙмәт тураһындағы закондарҙа практика үткәргән ойошманың студент менән мотлаҡ хеҙмәт килешеүе төҙөү кәрәклеге телгә алынмай. Тағы бер мөһим мәл: Рәсәй Хеҙмәт кодексының 15-се статьяһына ярашлы, практика үткән студент ойошманың эске тәртип ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы.
Һауалағы торнаға ышанып...
“Ер участкаһын ҡуртымға алғайным. Хәҙер уны банкка залогка биреп, килемде күрһәтмәйенсә кредит алырға теләйем. Был мөмкинме?
– Хәҙер күптәр, күсемһеҙ милекте, шул иҫәптән ер участкаһын залогҡа биреп, кредит алырға теләй. Әммә бар финанс ойошмаһы ла, һеҙ яҙған шарттарға риза булып, аҡса тәҡдим итмәй. Өҫтәүенә күпме килем алыуығыҙҙы ла күрһәтергә теләмәйһегеҙ.
Ерҙе залогка биргәндә уның күпме хаҡ тороуы ҙур әһәмиәткә эйә. Бынан тыш, беренсе сиратта уның документтары теүәл булырға тейеш. Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, күсемһеҙ милек ҡуртымға алынған. Шуға ер хужаһының ризалығы кәрәк. Банк, участканың күпме тороуына ҡарап, займ күләмен үҙаллы билдәләй ала. Әммә был осраҡта ошо ер хаҡының 25 проценты күләмендәге генә аҡсаға өмөт итергә мөмкин. Әгәр участкағыҙ баш ҡалаға яҡыныраҡ, эргә-тирәлә газ, ут, һыу бар икән, займ күләме лә ҙурыраҡ буласаҡ.
Шәхсән үҙем күсемһеҙ милекте залогка биреү яҡлы түгелмен, сөнки күпмелер аҡсаға дәғүә итәм тип, бар милектән ҡолаҡ ҡағыу ихтималлығын берәү ҙә инҡар итмәҫ. Был осраҡта “һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырма” тигән әйтем бик урынлы.
“Ҡыҙыма тиҙҙән алты йәш тула. Мине бер һорау борсой: бала мәктәпкә нисә йәше тулғас барырға тейеш?
– “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 67-се статьяһының 1-се өлөшөндә баланың башланғыс белем биреү ойошмаһына алты йәш ярымда бара алыуы хаҡында әйтелә. Өҫтәүенә кескәйҙең сәләмәт булыуы мотлаҡ. Әгәр баланың һаулығы менән бәйле проблемалар бар икән, һигеҙ йәштә парта артына ултырыу хоҡуғына эйә. Был осраҡта ата-әсәләр, медицина ойошмаһынан белешмә алып, урындағы үҙидара органына баланың дөйөм белем биреү ойошмаһында уҡыуға әҙер түгеллеге хаҡында ғариза яҙа.