Ағиҙелдә балыҡ тотҡанда кәмәләре түңкәрелеп, өс ир яҙмыш ҡосағына ташланған.
Хәл Илеш районында булған. Бәлә урынына ҡотҡарыу хеҙмәтенән тиҙ арала килеп еткәндәр. Уға тиклем ваҡиға шаһиттары бер балыҡсыны һыуҙан сығарған булған. Икенсеһен ҡотҡарыусылар аръяҡ ярҙан тапҡан. Икеһе лә иҫән. Өсөнсөһөн эҙләү дауам итә.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте халыҡты йәнә иҫкәртә: балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!