Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 14:24

Туғандар таныһын өсөн бай булырғамы?

Насиптың баш ҡалаға килеп төпләнеүенә арыу ғына ваҡыт инде. Ауырлыҡ менән булһа ла, үҙ юлын тапты – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Эше, күҙ теймәһен, ырамлы ғына бара. Ҙур, иркен фатир алып ебәрҙе. Фырт ҡына сит ил машинаһында елдерә.

Форсат сығыу менән ауылға ҡайта ул. Был юлы уны бер сама ҡыҙмаса булып алған Фәрит исемле ағай ҡосаҡлап уҡ алды.

– Туғанҡайым, хәлдәр нисек? Ҡалай эреләнеп киттең, ҡайтып йөрөйһөң, үҙең бер ҙә инеп сыҡмайһың. Һин бит беҙгә яҡын ғына туған...

Насип әҙәп һаҡлап:

– Эй, ағай, һаман шул ваҡыт юҡлығы инде, – тигән булды.

– Һеҙ шул инде, эре ҡыланаһығыҙ. – Ағай тейешле кеше үпкәләгәндәй итте.

Йомарт ағайҙың "туған йәнле" булыуын яҡшы хәтерләй Насип. Ул ҡасандыр бригадир ине. Малай сағында бер тапҡыр ат һорай барып та, уның:

– Йыйын теләнсегә ҡайҙан ат еткерәйем мин?, – тип кире бороп сығарғанын нисек онотһон!

Бәғзе берәүҙәр туғандарҙы йылдар үткәс, һин күҙгә күренгәс кенә таный шул...

Фото: yandex.com.tr
Читайте нас: