Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 19:31

Яралы ҡыҙға ярҙам иткән йәш табипты эҙләйҙәр

Кисә Өфөләге Көньяҡ автовокзал янындағы үлемесле атыш һөҙөмтәһендә яраланған ҡыҙҙың хәле билдәле булды. 24 йәшлек Кристинаға БДМУ клиникаһында операция яһағандар. Уның һул яҡтан муйыны, һул күкрәге һәм биле яраланған.

Кисә Өфөләге Көньяҡ автовокзал янындағы үлемесле атыш һөҙөмтәһендә яраланған ҡыҙҙың хәле билдәле булды. 24 йәшлек Кристинаға БДМУ клиникаһында операция яһағандар. Уның һул яҡтан муйыны, һул күкрәге һәм биле яраланған.


Әлеге мәлдә ҡыҙҙы дөйөм палатаға күсергәндәр. Хәле ҡәнәғәтләнерлек. Табиптар күҙаллауы буйынса, был аҙнала өйөнә ҡайтарыуҙары ла ихтимал.


Әгәр ваҡиға урынында табип-ҡыҙ килеп сыҡмаһа, хәл былай уңышлы тамамланмаҫ та ине. Кемдәр урындан видеояҙма ҡараған, иғтибар иткәндер, йәш кенә ҡатын, атыш тураһында ишетеү менән йүгереп килеп, “мин – табип!” тип ҡысҡыра. Һәм яралы ҡыҙға тиҙ арала тәүге медицина ярҙамы күрһәтә.


“Ашығыс ярҙам” табиптары белдереүенсә, яралы ҡыҙҙың хәле бик ауыр була. Дауаханаға уны түбән ҡан баҫымы менән алып барып еткерәләр. Әгәр табип ҡыҙ ваҡытында ярҙам итмәһә, зыян күреүсенең бар ҡаны ағып бөтөүе ихтимал ине.


– Йәш табип юғалып ҡалмаған, кеше бәләһе янынан үтеп китмәгән. “Ашығыс ярҙам” килгәнсе, уның ғүмерен һаҡлап ҡалған. Ул эшләгән дауахананы һәм үҙен табып, дәртләндереүгә тәҡдим итмәксебеҙ, – ти Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшселәре профсоюзы рәйесе Павел Зырянов.


Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: