Ял көндәрендә Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡта булды һәм район һабантуйында ҡатнашты.
Халҡыбыҙҙың сихри йыр-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен, боронғо йолаларын, шөғөл-кәсептәрен бөгөнгө көнгә тиклем бар тулылығында һаҡлап ҡала алған, башҡорттоң аҫаба халҡы йәшәгән Баймаҡ ерендә һабан байрамы бер ҡасан да ябай ғына үтмәй. Был юлы ла төбәк халҡы байрам сараларының тап “баймаҡса” үткәрелеүе менән барыһын да хайран итте. Һәр ерҙә, һәр сығышта, һәр тирмәлә, хатта һәр ризыҡта милли колориттың бөркөлөп тороуы күҙгә ташланды. Радий Фәрит улын район халҡы ҡурай моңо, йыр-моң, күпереп бешкән икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды.
Балалар уйындары — байрам биҙәге
Байрам саралары балалар һабантуйы менән башланып китте. Һәр ерҙә кескәйҙәрҙең шат тауыштары, сағыу көлөүҙәре яңғырауы күңелдәргә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ өҫтәй. Шуға күрә олоһо ла, кесеһе лә тап бала-саға уйнаған ерҙә. Һабантуй эсендәге балалар һабантуйы, гүйә, оло диңгеҙҙәге серле утрауҙы хәтерләткәндәй.
Халҡыбыҙҙың балалар араһында онотола барған “сүрәкәй”, “бура һуғыу”, “көршәк ватыу” кеүек төрлө милли уйындарын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Малай-ҡыҙҙарҙың ихласлығына һоҡланып, үҙе лә улар менән бер нисә уйында ҡатнашты. Сос һәм етеҙ малайҙарға эйәреп, уҡ атып ҡараны һәм сәпкә тейҙерҙе.
Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе коллективы әҙерләгән милли уйындар бер нисә майҙансыҡта барҙы. Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан ҡаланың 2-се мәктәбе әҙиптең “Өс таған” әҫәрен сәхнәләштерҙе.
Артабан балалар һабантуйы дәртле йыр-бейеүҙәр менән дауам итте.
“Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!”
Мәғрур Ирәндек тауы итәгендә, йәмле Граф күле янында үткән хеҙмәт һәм дуҫлыҡ байрамында Баймаҡ районының сирек быуаттан ашыу туғандаш Илеш районы, Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы, Ханты-Манси автономиялы округының Түбән Сортым ҡалаһы вәкилдәре, республиканың егермегә яҡын районынан һәм күрше Силәбе, Ырымбур өлкәһенән килгән ағинәйҙәр делегацияһы ҡатнашты.
“Һабантуй-2019” халыҡ байрамының флагын күтәреү хоҡуғы быйыл хеҙмәт алдынғылары Азамат Сабитов, Рәфҡәт Ирназаров һәм йәш спортсылар Риф Әҙеһәмов менән Вилена Кузебаеваға бирелде.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров башҡорт телендә сәләмләне һәм Баймаҡ төбәге республикала иң матур ерҙәрҙең береһе икәнлеген, унда тырыш һәм эшһөйәр, дәртле һәм сәмле халыҡ йәшәүен билдәләне.
— Баймаҡ районы беҙгә үтә яҡын һәм ҡәҙерле. Тәбиғәтегеҙ генә түгел, халҡығыҙ ҙа матур, йәшәйешегеҙ ҙә йәмле. Бынан йөҙ йыл элек данлы Темәс ауылы республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы булған. Төбәгебеҙҙең тарихына, иҡтисадына тос өлөш индергән Баймаҡ халҡын байрам менән ихлас ҡотлайым. Киләсәктә лә көр күңел менән тыныс тормошта, сәмле хеҙмәттә йәшәгеҙ! Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индереүегеҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем! — тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, ветерандарға юбилей миҙалдары тапшырҙы.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев халыҡты, игенселәрҙе, ҡунаҡтарҙы һабантуй байрамы менән тәбрикләне, аграрийҙарға фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Фәнис Ғәбдрәшит улы яҙғы баҫыу эштәре осорондағы ярышҡа йомғаҡ яһаны, иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән хужалыҡтарға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәгә оҙаҡ йылдар муниципаль хеҙмәттә эшләгән Баязит Нурдәүләтов лайыҡ булды.
Һабантуйҙың рәсми өлөшө байрам парады менән тамамланды.
Тирмәләрҙә — халҡыбыҙ тарихы
Тирмәләр — һәр һабантуйҙың айырым биҙәге. Быйыл да райондың һәр ауыл биләмәһе үҙ йәйләүен булдырған: халҡыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәренән, ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә эшләгән, Башҡортостандың йөҙ йыллығына йөҙ милли ризыҡ әҙерләп, бай табын ҡорған.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәр тирмәлә булып, ундағы бай экспозициялар менән яҡындан танышты, Баймаҡ еренең күренекле шәхестәре күплегенә һоҡланды.
Һәр ерҙә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар. Баймаҡтарҙың дәртле бейеүенә Радий Фәрит улы ла түҙеп тора алманы: рәхәтләнеп, баймаҡтарса, ойоҫҡота баҫып, бер аҙ һелкенеп тә алды. Һәр ерҙә ихлас аралашыу, йылы мөнәсәбәт хөкөм итте.
Мәҫәлән, Мерәҫ ауыл биләмәһе йәйләүендә ҡунаҡтарҙы бейә һауыу, ҡымыҙ бешеү сере менән таныштырһалар, Иҫке Сибай ауылы уңғандары тирмәндә талҡан тартып, үҙҙәре сығарған мейестә ҡорот ҡайнатыу, ҡыҙыл эремсек эшләү барышын күрһәтте. Иҫке Сибай ауылынан Уралбаевтар ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Улар баһадирҙар эсемлегенең төрлө төрөн әҙерләй, Радий Фәрит улына үҙҙәре етештергән “Мөхәббәт ҡымыҙы”н тәҡдим иттеләр.
Республика етәксеһе Баймаҡта үткән һабантуйға юғары баһа бирҙе һәм йәнә бер тапҡыр халыҡтың ихлас һәм дәртле булыуына һоҡланыуын йәшермәне.
Артабан Радий Хәбировтың эш сәфәре райондың сәнәғәт предприятиеларында, “һаҡаллы төҙөлөш”тәргә әйләнгән урындарҙа дауам итте.
Тәүге туҡталыш — “Таналыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Республика етәксеһе Таналыҡ ятҡылығында алтын сығарған йәмғиәттең эше менән яҡындан танышты. Предприятие райондың 173 гектар майҙанында һибелмә алтын сығара, 2021 йылға тиклем бирелгән лицензия нигеҙендә хеҙмәт алып бара.
Йәмғиәттең генераль директоры Станислав Горбатенко әйтеүенсә, былтыр 520 мең кубометр ҡом сығарылып йыуылған һәм 18 килограмм ҡиммәтле металл һатылған. Әле тағы ла ҙурыраҡ урынды — Солтан ятҡылығын үҙләштереү башланған.
Әйткәндәй, Радий Фәрит улының “Таналыҡ” йәмғиәтенең эше менән шәхсән танышыуы ла юҡҡа түгел, сөнки “Инцидент” төркөмөнә район халҡынан килгән мөрәжәғәт теркәлгән. Ярҙам һораусылар алтын табыусыларҙың эшмәкәрлеге тирә-яҡ тәбиғәткә һәм Таналыҡ йылғаһына зыян килтереүгә борсола.
Артабан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһының Юбилей урамындағы “һаҡаллы төҙөлөш” урынында булды. Был бинала эш 17 йыл инде дауам итә.
Унда райондың суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын берләштергән Хоҡуҡ йорто төҙөлөргә тейеш булған. 2005 йылда төҙөлөш финанс сығымдары етмәү сәбәпле туҡтатыла, бөгөнгө көнгә тиклем объект шул килеш тора.
Район етәкселәре һүҙҙәренсә, бинаны өҫтәлмә белем биреү учреждениелары өсөн үҙгәртеп ҡороп, унда “Кванториум”, балалар ижады үҙәге, төрлө түңәрәк-секциялар өсөн бүлмәләр булдырыу юлдары өйрәнелә. Был эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн 7,3 миллион һум аҡса талап ителә.
Радий Хәбиров ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленәсәген белдерҙе һәм муниципалитетҡа республика Архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты менән берлектә йыл аҙағына тиклем проект эштәрен тамамлау бурысын ҡуйҙы. Объект 2020 йылда сафҡа инергә тейеш.
Райондың йәнә бер оҙайлы төҙөлөштәренең береһе — “Труд” стадионы. Ул бынан алты йыл элек төҙөлә башлаған һәм әлегә тиклем файҙаланыуға тапшырылмаған. Төбәк етәксеһе был объект буйынса ла тейешле органдарға күрһәтмә биреп, эште тамамлау бурысын ҡуйҙы.
Баймаҡҡа нигеҙ һалған һәм ҡаланы ҡала иткән “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” 1913 йылда төҙөлгән. Бөгөн предприятиела 450 кеше эшләй, завод Рәсәйҙең төрлө төбәгендә урынлашҡан сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. Бында төрлө төр насостар һәм агрегаттар етештерелә. Һуңғы йылдарҙа шлам, гравий, күс быуынлы насостарҙы үҙләштереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла, яңы технологиялар өйрәнелә, заманса ҡоролмалар һатып алынған. Әммә предприятие бөгөнгө көндә тулы ҡеүәттә эшләмәй, сәбәбе — заказдар юҡ. Шуға күрә заводтың генераль директоры Алексей Мурахтинды Радий Хәбиров предприятиеның артабанғы үҫешен барлау өсөн “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Республика етәксеһе Семеновск ауылы янында урынлашҡан “Семеновск руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен дә урап үтмәне. Предприятие Йолалы мәғдән ятҡылығында һәм алтын ҡушылмалары булған Көнсығыш Семеновск ятҡылығында асыҡ эштәр алып бара. Әлеге көндә компания табылған мәғдәнде байыҡтырыу буйынса үҙ фабрикаһын төҙөргә планлаштыра.
Ғөмүмән, Баймаҡ районындағы сәнәғәт предприятиеларының иҡтисади хәле 21-22 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ла өйрәнеләсәк.