Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырған кешеләр... ураҙа тотҡан.
Изге Рамаҙан айында үҙен мосолман тип иҫәпләгән һәр кем ураҙа тоторға бурыслы. Төрмәлә һәм башҡа холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырыу ҙа быға кәртә була алмай. Мәҫәлән, 3-сө колонияла быйыл бер юлы 42 кеше ураҙа тотҡан. Руханиҙар менән яза башҡарыу хеҙмәте идаралығының берҙәм эшләүе сәбәпле, колонияға даими рәүештә дин әһелдәре килә.
Быйыл да Ураҙа байрамына Үҙәк диниә назараты советы ағзаһы Әхмәт Әхмәров килгән. Намаҙҙан һуң хөкөмгә тарттырылғандар уның менән әңгәмәләшеп, төрлө һорауҙарға яуаптар алды. Аҙаҡ иһә уларҙы былау һәм тәмлекәстәр менән һыйлағандар.
Әйткәндәй, был колонияла мәсет менән сиркәүҙе 2008 йылда уҡ төҙөгәндәр. Холоҡ төҙәтеү учреждениеһы етәкселәре белдереүенсә, дингә килеүселәр һаны йылдан-йыл арта икән. Улар дини әҙәбиәт өйрәнә, мосолмандар һәм христиандар байрамдарын бергә билдәләй.
Азатлыҡтағы лайыҡлы тормошҡа бик ҙур һәм матур аҙым тип ҡабул итәйек быны.