Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2019, 14:24

Ике автобус юлға һыймаған...

Дыуан районында ике автобус бәрелешкән. 58 йәшлек Мәсетле районы кешеһе Fiat Ducato автобусында китеп барышлай, юл ыңғайында торған “КАВЗ” автобусына барып төкөлгән.

Дыуан районында ике автобус бәрелешкән. 58 йәшлек Мәсетле районы кешеһе Fiat Ducato автобусында китеп барышлай, юл ыңғайында торған “КАВЗ” автобусына барып төкөлгән. Был автобус юл хеҙмәткәрҙәренеке булған.


Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Fiat Ducato автобусы водителе һәм уның 49 йәшлек юлдашы йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.


Кисә республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 19 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.


Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.