Элекке көн Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында “Баш ҡала ҡаҙанышы” тип аталған XIII Йәмәғәт ҡала премияһы тапшырылды. Тантанала Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ольга Панчихина, ғалимә Ғәлиә Мөхәмәтйәнова һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашты.
12 йыл эсендә конкурста бөтәһе 682 кеше ҡатнашҡан, 301 кешегә премия бирелгән, ә 111-е иҫтәлекле билдә алған. Быйыл иһә ойоштороусылар 31 заявка ҡабул иткән. Сараның маҡсаты – баш ҡаланы гөлбаҡсаға әйләндерергә тырышҡан инициативалы һәм әүҙем өфөләрҙе эҙләү һәм уларға ярҙам итеү.
Фойела рәссамдар бай йөкмәткеле күргәҙмә ойоштороп, ә йырсылар дәртле йырҙар менән ҡаршы алды.
Ольга Панчихина белдереүенсә, конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, улар тәҡдим иткән эштәр үҙенсәлекле һәм йөкмәткеле.
– Өфөләр киләсәккә ҡарап йәшәй, быға тиклем уңыш ҡаҙанған, еңеү яулаған лауреаттарҙың хәйриәлек менән шөғәлләнеүе, мохтаждарға ярҙам итеүе, ҡыҫҡаһы, көстәрен изге эштәргә йүнәлтеүе ҡыуаныслы, – тине Ольга Юрьевна.
Еңеүселәр араһында медицина фәндәре докторы Валерий Сатаев та бар. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был донъяла һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ, ул ғүмеренең аҙағынаса һөнәренә тоғро ҡаласаҡ.
Парашют-тау саңғыһы спорты буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Антон Филиппов һөйләүенсә, спорт менән дуҫ булыу һәр йәһәттән дә отошло, сынығып үҫеү – егеттәрҙе әрмегә әҙерләүгә бер аҙым. Антон Викторович киләсәктә лә Өфөнө донъяға танытыу өсөн бар көсөн һаласағына баҫым яһаны.
Шулай уҡ Өфөләге 17-се ҡала клиник балалар дауаханаһы реанимация һәм яңы тыуған балалар интенсив терапияһы бүлегенең анестезиолог-реаниматологы Александр Шестопалов, ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй чемпионы, “Аҡтырнаҡ” клубы етәксеһе Гүзәл Хәсәнова, “Беҙҙең балалар” балаларға һәм ғаиләгә ярҙам Хәйриә фонды директоры Ольга Власова, “Ҡартлыҡтағы шатлыҡ-Өфө” ирекмәнлек хәрәкәте етәксеһе Ольга Чемаева, Өфө ҡалаһы Киров районы өсөнсө быуын Халыҡ университеты директоры урынбаҫары Галина Малмыгина һәм башҡалар ҙа бүләкләнде.
Иң-иңдәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде: “Өфө – демография йәһәтенән әһәмиәтле башланғыстар ҡалаһы”, “Өфө – хәйриәлек йолаларын һаҡлаусы ҡала”, “Өфө – әүҙем фекерләүсе граждандар ҡалаһы”, “Өфө – мәғарифта ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы”, “Өфө – мәҙәниәттә ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы”, “Өфө – тиң мөмкинлектәр тыуҙырыусы ҡала”, “Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн йәмәғәтселектә танылыу яулау”.