Бөгөн илебеҙҙә оло байрам – Рәсәй көнө. Ошо айҡанлы Өфөлә лә байрам тантаналары уҙа. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды.
Әле баш ҡалалағы В.И. Ленин исемендәге майҙанда Рәсәй көнөнә, Салауат Юлаевтың тыуыуына – 265, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуға 445 йыл тулыуға арналған саралар бара. Шулай уҡ ҡала хакимиәте алдындағы майҙанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 22-се янғын һүндереү отряды барлыҡҡа килеүгә арналған байрам тантанаһы уҙҙы. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре, техникаһы ҡатнашлығында ҙур парад булды.
Тантаналы сарала янғын һүндереүселәрҙе һәм Өфө халҡын, ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика етәксеһе майҙандағы күргәҙмәне ҡараны, халыҡ менән аралашты.