Тәбиғәттең әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур бер төбәгендә, тау башында, йәшеллек ҡосағында балҡып ултыра баш ҡалабыҙ. Әүәл-әүәлдән Өфө кешеләрҙе үҙенә әйҙәп торған ҡунаҡсыл, нурлы төбәк булған. Ә инде бында бер тапҡыр булып киткән кешеләр күңелендә ул матур тәьҫораттар ҡалдырған. Ысынлап та, Өфө — тәбиғәте, архитектура йөҙө, иҡтисади ҡеүәте, үҙенең күркәмлеге менән иң матур ҡалаларҙың береһе. Ағиҙелдең текә ярында легендар батырыбыҙ Салауат Юлаевтың мөһабәт һәйкәле ҡунаҡтарҙы, хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ Башҡортостандың баш йортона, тип әйҙүкләй кеүек...
Өфөнөң төҙөлөүе халҡыбыҙ яҙмышында әһәмиәтле ваҡиға була. Ул Волга буйы, Урал алды һәм Себерҙең күп кенә халыҡтары Рәсәй составына ингән йылдарҙа барлыҡҡа килә. Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғандан һуң тәүге осорҙарҙа Башҡортостанға Ҡазан аша идара ителә. Башҡорттар яһаҡты ла шунда илтә. Әммә был өҫтәмә сығымдар һәм ауырлыҡтар тыуҙыра, сөнки түләү өсөн яуаплы һәр кеше яһаҡты үҙе алып барырға тейеш булған. Ваҡыт үтеү менән башҡорттарҙың үҙ ерендә ҡала төҙөү зарурлығы бик ныҡ һиҙелә. Дөрөҫ, бик боронғо дәүерҙәрҙә Арҡайым, Таналыҡ кеүек ҡалаларыбыҙ булған, ләкин тарих боролмаларында саң-туҙанға күмелеп, юғалып ҡалған.
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Өфө башҡорттарҙың үҙҙәренең һорауы буйынса һалынған. Башҡорттарҙың Мәскәү хөкүмәтенә ҡала төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итеүе, нигеҙҙә, ике шарт — яһаҡ түләргә йөрөү өсөн Ҡазандың башҡорттарға алыҫ булыуы һәм уларҙы күсмә халыҡтарҙың һөжүмдәренән һаҡлау кәрәклеге менән дәлилләнә.
Шулай итеп, 1574 йылда Башҡортостандың үҙәгендә беренсе ҡала барлыҡҡа килә. Уны төҙөү өсөн ниндәй урын һайлана?
Өфө ҡалаһының биләмәһе борон замандарҙан уҡ кешеләрҙең яратҡан төйәге һаналған. Айырыуса уңайлы һәм географик яҡтан файҙалы урын ул. Киң һәм тулы һыулы Ҡариҙел менән Ағиҙел йылғалары дошмандарға төп кәртә була. Уларҙың бейек һәм текә ярҙары ике йылға араһында йәшәүселәрҙе ышаныслы һаҡлай.
Тәүҙәрәк Өфө Имән ҡала ҡәлғәһе булараҡ билдәлелек ала. Үҙенең ҡәлғә-ҡала бурысын ул уңышлы үтәй, әммә тиҙҙән Башҡортостандың административ үҙәгенә әүерелә. 1586 йылдан башлап Өфө яһаҡ йыйыу үҙәге булып китә. Һөҙөмтәлә башҡорттар рус ҡаҙнаһына яһаҡ түләү өсөн мең мәшәҡәт менән Ҡазанға йөрөүҙән туҡтай.
Шулай итеп, Өфөнөң барлыҡҡа килеүе Рус дәүләте өсөн дә, башҡорттар өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә булған. Башҡортостан ерендә ҡала төҙөп, батша хөкүмәте был иркен төбәктә Рус дәүләте позицияһын нығытып ҡына ҡалмаған, ә үҙ йоғонтоһон Башҡортостандан ситтә лә — Көнсығышта ла көсәйткән терәк пунктына эйә булған. Өфө барлыҡҡа килеү менән, нуғай кенәздәренең һәм мырҙаларының Башҡортостанға дәғүәһе юҡҡа сыҡҡан. Яңы ҡала Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлауҙы байтаҡҡа еңеләйткән. Уны төҙөү был тирәлә бүтән ҡалаларҙың — Бөрө, Табын, Минзәләнең барлыҡҡа килеүенә ярҙам итә.
Йылдар үтә. Әкренләп Өфө Башҡортостандың иҡтисади һәм мәҙәни, мәғариф үҙәгенә әүерелә. Был йәһәттән 1906 йылда асылған “Ғәлиә” мәҙрәсәһе ифрат ҙур роль уйнай. Бында Мысыр, Сүриә, Төркиә һәм башҡа илдәрҙә белем алған шөһрәтле мөғәллимдәр, шулай уҡ башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе, буласаҡ дәүләт эшмәкәре Зәки Вәлиди белем бирә. 1934 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторола.
Өфө — иҫтәлекле урындары, ҡиммәтле ҡомартҡылары, тарихи һәйкәлдәре менән дә үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ ҡала.
Бынан ярты быуат самаһы элек кенә тик ағас йорттарҙан тиерлек булған тораҡ көндән-көн ҙурая, матурлана. Юғары зауыҡ менән төҙөлгән, күркәм, бер-береһенә оҡшамаған йорттар, яңы учреждениелар ҡалҡып сыға. Тағы ла ҡыуаныслыһы — ҡалабыҙға йәм, ҡот өҫтәп, көн һайын йөҙҙәрсә сабый донъяға баға.