Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 13:37

Бөрйән һабантуйына... роботтар килгән

Республиканың күп төбәктәрендә һабантуйҙар гөрләй. Бөрйән районында ул быйыл айырыуса үҙенсәлекле үтте – бында роботтар көс һынашты. Республика төбәктәренән йөҙҙән ашыу бала килеп, төрлө конструкцияларҙы йыйыуҙа һәм программалауҙа ярышты.

Байрам ҡунаҡтарын тәүге көндө бик йылы ҡабул иттеләр һәм Шүлгәнташты күрһәттеләр. Кисен иһә робофутбол булды. Унда Әбделмәмбәт уҡыусыларына етеүселәр булманы, улар сираттағы тапҡыр чемпионлыҡты бер кемгә лә бирмәне!

Икенсе көндә төп ярыштар үтте. Роботтар һабантуй өсөн ғәҙәти булған бәйгеләрҙә көс һынашты: көршәк ваттылар, арҡан тартыштылар, бағанаға менделәр. Хатта робокөрәш булды. Ә алыҫлыҡҡа таш бәреүҙә рекорд ҡуйылды, уның нисә метрға осоп китеүен судья иҫәпләй ҙә алманы, рулетка оҙонлоғо етмәне.

Ҡаршылыҡтар аша “сабыш” та бик күп кешене йыйҙы. Уҡыусылар бер-береһен уҙып китер өсөн нимә генә уйлап тапманы. Өфө егете еңде, әйткәндәй, былтыр ҙа ул беренселекте яулаған икән.

Бәйге дрондар ярышы менән тамамланды. Конкурстың барлыҡ шарттарын да бер генә уҡыусы үтәй алды. Тимәк, йәш батырҙарға өйрәнәһе нимә күп әле.

Фото: mgazeta.com