Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 16:26

Беҙҙең ат Татарстандан ҡасҡан

Татарстандың Туҡай районы һабантуйынан өс ат ҡасҡан. Уларҙың икәүһен тиҙ тапҡандар. Ә бына өсөнсөһөнөң эҙенә әле һаман төшә алмайҙар.

Татарстандың Туҡай районы һабантуйынан өс ат ҡасҡан. Уларҙың икәүһен тиҙ тапҡандар. Ә бына өсөнсөһөнөң эҙенә әле һаман төшә алмайҙар.


Баҡтиһәң, уны ярышта ҡатнашыу өсөн беҙҙең республиканан алып килгәндәр. Күрәһең, Башҡортостан һынлы Башҡортостандан алып барғас, юртаҡ шәп булған. Әммә ғорур башҡорт аты ят мөхиттә “байрам итеүҙе өнәмәгән”.


Фото: uverenniy.ru
Читайте нас: