Кисә Өфөлә йолаға әйләнгән “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Дүртенсе йыл уҙған сараның беренсе көнөндә үк рекорд ҡуйылды.
Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында урынлашҡан “Торатау” конгресс-холы янындағы асыҡ һауалағы амфитеатрға 45 мең тамашасы йыйылды. Улар төрлө музыканттарҙың сығышын, байрам салютын ҡараны.
Ошо урында уҡ тамамланған милли кейемдәр парадында ҡатнашыусылар һаны буйынса ла рекорд ҡуйылды – Зәки Вәлиди урамы буйлап 2700-ләп төрлө милләт вәкиле үтте.