Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 12:53

“Барыһы ла яҡшы”, – тип яҙа Луиза

Байрам алдынан Инстаграмда имеш Луиза Хәйруллина алып барған сәхифәлә яҙма килеп сыҡҡайны. Унда әлеге лә баяғы бейек биналы ҡаланы видеоға төшөрөп, “Барыһы ла яҡшы” тип яҙып ҡуйғандар. 

Байрам алдынан Инстаграмда имеш Луиза Хәйруллина алып барған сәхифәлә яҙма килеп сыҡҡайны. Унда әлеге лә баяғы бейек биналы ҡаланы видеоға төшөрөп, “Барыһы ла яҡшы” тип яҙып ҡуйғандар.
Яҙма авторы тағы ла Ҡаҙағстанға ишаралай. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының тәүге фекеренесә, ғаилә тап шул яҡҡа китеүе ихтимал ине бит. Сик, улар йәшәгән Салауат ҡалаһынан ни бары 500 километр алыҫлыҡта.


Аккаунттың кемдеке икәнлеге әле һаман билдәле түгел. Уның Луизаныҡы түгеллеге лә көн кеүек асыҡ. Шул тиклем йәшеренеп йөрөгән кеше социаль селтәрҙәрҙә ултырмаҫ инде. Был йәки кемдеңдер уҫал шаярыуы, йәки уның хәбәрҙәштәренең “эҙ” йәшереп маташыуы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәйруллиндар 27 май ғәйеп булғайны. Бынан алда “Россельхозбанк”та өлкән кассир булып эшләгән Луиза 23 миллион (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 25 миллион һум) аҡса урлағайны. Уның менән бергә 41 йәшлек ире Марат һәм ике бәлиғ булмаған ҡыҙы ла юҡ булды. Ошоға тиклем уларҙың яҙмышы билдәле түгел.


Республика буйынса Эске эштәр министрлығы ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Әгәр уны тотоп, ғәйебен иҫбатлай алһалар, Луизаға 10 йылға тиклем иркененән мәхрүм ителеү һәм ҙур штраф янай.
Читайте нас: