Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 11:25

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек тантана итте

Рәсәй көнөнә арналған барлыҡ байрам сараларында милләттәр татыулығына дан йырланды.

Республикабыҙ Рәсәй көнөн киң ҡолас менән билдәләне. Ошо уҡ көндө Салауат Юлаевтың тыуыуына – 265, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 445 йыл тулыу айҡанлы төрлө сараларҙың уҙыуы байрамға мәртәбә өҫтәне.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаттары, республика Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте ағзалары байрам сараларын 1967 йылда башҡорт халҡының Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы асылған һәм бөгөн халыҡтар дуҫлығы символына әүерелгән Дуҫлыҡ монументына, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланы.


Янғын һүндереүселәр сафҡа теҙелде


Артабан тантаналар баш ҡалалағы В.И. Ленин исемендәге майҙанда дауам итте. Унда Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығының Өфө ҡалаһындағы 22-се янғын һүндереү отряды барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыуға арналған байрам уҙҙы. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре, тех­никаһы ҡатнашлығында ҙур парад булды. Унда 600-ҙән ашыу янғын һүндереүсе, 50-нән ашыу махсус техника ҡатнашты.


– Һеҙҙең ҡыйыулығығыҙ, профессио­нал­легегеҙ арҡаһында беҙ үҙебеҙҙе ышаныслы, яҡлаулы итеп тоябыҙ. Ауыр һәм хәүефле хеҙмәтегеҙҙә һәр саҡ уңыш юлдаш булһын, – тине Радий Хәбиров, тантаналы сарала янғын һүндереү­селәрҙе тәбрикләп, һәм Өфө халҡын, ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы. Артабан республика етәксеһе майҙандағы күргәҙ­мәләрҙе ҡараны, халыҡ менән аралашты.


Тыуған көнөң менән, баш ҡалам!


Баш ҡалала Рәсәй көнөнә һәм Өфө ҡәл­ғәһенә нигеҙ һалыныуға 445 йыл ту­лыуға арналған байрам киң билдәләнде һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды.
Шуларҙың береһе – В.И. Ленин исе­мендәге майҙанда Сәғәт-фонтан асылыуы. Тантанала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да ҡатнашты. Фонтан бик үҙенсәлекле: ул сәғәт форма­һында эшләнгән һәм ваҡытты белгертеп, курант һуға. Тағы ла бер шат­лыҡлы ва­ҡи­ға: “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле коллективы ҙур ҡыуаныс ки­серҙе – уларға “HIGER” маркалы өр-яңы автобус асҡысы тапшырылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров автобусты ҡарап, ундағы шарттар менән танышты, артистарға ижади уңыштар теләне.
– Автобусыбыҙ иҫке ине. Ошондай ҙур бүләк өсөн республика етәкселегенә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә рәхмәт. 55 кешегә тәғәйенләнгән бик уңайлы автобуста хәҙер рәхәтләнеп гастролдәргә сыға­саҡбыҙ, – ти “мираҫ”тар ҡыуанып. Әйткән­дәй, йәй ансамбль Сибай, Әбйәлил яҡтарына һәм алыҫ Ҡырым Республи­каһына гастролгә сығырға йыйына. Яңы транспорт уларҙың юл мәшәҡәттәрен күпкә еңеләйтәсәк.
Өфөнөң Рус дәүләт драма театры алдында балалар республикала бер ғаилә булып йәшәгән төрлө милләт вәкил­дә­ре­нең йолаларын күрһәтте, йырланы, бейене. Шулай уҡ бында бәләкәйҙәр өсөн һабантуй ҙа ойошторолдо. Ҡаланың сән­ғәт оҫталары бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы.


“Евразия йөрәге” – беҙҙә!


Милли кейем байрамы менән баш­ланған “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале кискеһен “Торатау” конгресс-холы янындағы амфи­театрҙа сағыу концерт менән дауам итте. Билдәле булыуынса, сара быйыл “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы уҙа.
Милли кейем парадына килгәндә, унда былтыр 1200-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Быйыл иһә был күрһәткес күпкә юғары. Ойоштороусылар әйтеүенсә, теркәлгән коллективтарҙағы кеше һаны ғына 2700 самаһы булған!
Милли кейем байрамының бихисап милләт вәкилдәренән торған ҙур колоннаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Зәки Вәлиди урамы буйлап “Торатау” конгресс-холына тиклем үтеп, “Ватан” этнопаркына төштө. Парадҡа республиканың район-ҡалаларынан ғына түгел, Мәскәүҙән, Ырымбур өлкәһенән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан да килгәйнеләр.
Башҡорт, рус, татар, немец, сыуаш, латыш, украин, мордва, керәшен, удмурт, мари, белорус, ғәрәп, тажик һәм башҡа халыҡтар үҙенең милли кейемендә ғорур баҫып үтте, уларға Конго, Колумбия, Вьетнам, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һ.б. илдәрҙең студенттары ла ҡушылды. Күптәр – “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале ҡатнашыусылары. Парадтың иң кесе ҡатнашыусыһы Эльдан Залаловҡа — йәш тә ете ай, иң өлкәне Салауат Рәсүлев 80 йәшен билдәләй.
“Ватан” этнопаркында иһә “Евразия йөрәге” программаһын төрлө коллективтар ҡатнашлығында сағыу фестиваль-марафон, “Этно-төн” дауам итте.
Киске сәғәт 7-лә Санкт-Петербургтың “Ингервала” төркөмө һәм Надежда Бабкина етәкселегендәге “Рәсәй йырҙары” фес­тиваль-марафоны ҡатнашыусылары сығыш яһаны. Башҡортостанды “Рәсәй йырҙары” фестивалендә “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле күрһәтте, Өфөлә ҡатнашыусыларға Zainetdin проекты ла ҡушылды. Программаның икенсе өлө­шөн­дә “Би-2” төркөмө сыҡты, уның сығы­шы байрам фейерверкы менән тамамланды. Әйткәндәй, “Евразия йөрәге” тағы ике көн дауам итәсәк. Кисә өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары “Симфоник төн”дә булды. Бөгөн билдәле артистар ҡатнашлығында ҙур концерт көтөлә. 15 июн­дә – ябылыу тантанаһы.
Рәсәй көнөнә арналған барлыҡ байрам сараларында милләттәр дуҫлығына дан йырланды. Көндөң шундай матур тороуы, гүйә, тәбиғәттең дә халыҡтар дуҫлығына ҡыуаныуын сағылдыра ине.


Читайте нас: