Ишембайҙағы бер предприятиела күптән иҫәптән сығарылған йөк машинаһы файҙаланылған. Һөҙөмтәлә 38 йәшлек водитель ҡазаға осраған.
Ул сираттағы мәртәбә ремонтланған тәгәрмәсте урынына ҡуям тип алып китеп барғанда, покрышка шартлаған. Тәгәрмәс ерҙән ҡаҡлығып, водителдең яңағына бәрелгән. Хеҙмәткәр эш урынында ҡаты йәрәхәт алған.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, был “КамАЗ” предприятиеның балансында тормаған, дәүләт номеры булмаған, техник күҙәтеү үтмәгән – иҫәптә юҡ.
Предприятиеға 400 мең һум штраф һалынған. Ҡазаланған хеҙмәткәр судҡа мөрәжәғәт итеп, компенсация талап итә ала, тип хәбәр иттеләр дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.