Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2019, 23:26

"Ашығыс ярҙам" килеп өлгөрмәгән...

Бөгөн Көйөргәҙе районы биләмәһендә ҡурҡыныс авария булған.

Республиканың ЮХХДИ хеҙмәтенән.
Республиканың ЮХХДИ хеҙмәтенән.
Бөгөн Көйөргәҙе районы биләмәһендә ҡурҡыныс авария булған.
Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Магнитогорск – Ира трассаһында Gelandewagen менән ВАЗ-2110 бәрелешкән.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, Ватан еңел автомобиленең 45 йәшлек водителе һәм уның пассажиры (икеһе лә Салауат ҡалаһынан) “Ашығыс ярҙам” килгәнгә тиклем йән биргән.


Табиптар бригадаһы сит ил машинаһындағы 18 һәм 20 йәшлек пассажирҙарға тәүге медицина ярҙамы күрһәткән.


Урында әле юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй, хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: