Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2019, 16:34

Шул ҡәҙәр эшкинмәгән булырға мөмкинме?

Йәш ғаилә яңы йортта йәшәй башлаған. Ҡатын иртәнсәк уяныу менән тәҙрәгә күҙ һалһа, күршеһе кер элеп йөрөй, ти.

Фото: img-3.photosight.ru
Фото: img-3.photosight.ru
Йәш ғаилә яңы йортта йәшәй башлаған. Ҡатын иртәнсәк уяныу менән тәҙрәгә күҙ һалһа, күршеһе кер элеп йөрөй, ти.
– Ҡара әле, ҡайһылай бысраҡ йыуған! – тип аптырауҙан хайран ҡалып тел шартлатҡан ул. Был хаҡта иренә әйтһә, уныһы әллә ни иғтибар бирмәгән.
– Моғайын, һабыны арзандыр, насарҙыр, – тип баш ватыуын дауам иткән ҡатын. – Өҫтәүенә үҙе йыуа ла белмәйҙер. Нисек инде быға тиклем, ошо йәшкә еткәнсе өйрәнмәгән? Шул ҡәҙәр эшкинмәгән булырға мөмкинме?!.
Ҡатындың ошолай аптырауы, ярһыуы күршеһе кер элгән һайын ҡабатланған.


Ә бер иртәлә ул, тәҙрәгә ҡарап, тағы ла ҡысҡырып ебәргән:
– Оһо! Бөгөн керҙәре таҙа! Ниһайәт, йыуырға өйрәнде бит был!
– Яңылышаһың, – тип көрһөнгән ире. – Киреһенсә, мин, иртәрәк тороп, үҙебеҙҙең тәҙрәне йыуҙым…
Читайте нас: