Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Татарстанда III “Ыҡ буйы ауылдары” һабантуйында ҡатнашты. Ике республика төбәктәрен берләштергән халыҡ байрамы Аҡтаныш районында үтте.
Константин Толкачев Бишбүләк районы башлығы Наил Ғатауллин менән Таҡталасыҡ ауылындағы зыяратта Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙың мемориаль ҡәбер ташына сәскә һалды.
– Республиканың 100 йыллығын байрам иткән осорҙа Башҡорт автономияһына нигеҙ һалған шәхестәрҙе иҫкә алыу ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Константин Борисович. – Илдархан Мутиндың, башҡа арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың республикабыҙҙы үҫтереүгә һалған тырышлығын йәш быуынға ла еткерергә тейешбеҙ.