Һыуһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ, әлбиттә. Әммә йылға-күлдәрҙә һаҡһыҙ ҡыланһаң, һыуҙың хатта кешенең ғүмерен ҡыйыуы ихтимал. Күптәр йөҙә белмәгәнгә түгел, паникаға бирелгәнгә яҡты донъя менән хушлаша.
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда 463 кеше һыуҙа батып үлгән. Фажиғәле хәлдәр Учалы, Мәләүез, Белорет ҡалаларында күберәк теркәлгән. Күптән түгел Мәләүез ҡалаһы эргәһендәге Мәләүез йылғаһында 35 йәшлек ир һыуға батҡан.
Быға тәбиғәт ҡосағында ял иткән ваҡытта һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпсе. Шуға йылға-күл буйҙарында ял итһәгеҙ, һаҡ булығыҙ. Иң ҡулайлыһы -- махсус урындарҙа һыу инегеҙ. Ә балаларҙы йылға-күл буйҙарында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.