Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 16:27

Эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа...

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты республиканың өс кешеһенә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты республиканың өс кешеһенә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.


60, 58, 29 йәшлек ирҙәр “башҡарыу, ҡотҡо һалыу һәм яллап үлтереүҙә ҡатнашыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.


2018 йылдың февралендә баш ҡаланың Ферин урамында "Тойота Камри” автомобиле салонында 49 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Енәйәтте тикшереү 1,5 ай самаһы бара, 50-нән ашыу шаһиттан һорау алына, иҫбатлау базаһы булдырыла. Һөҙөмтәлә, енәйәтте башҡарыуҙа шик аҫтына алынған өс ир тотола.


Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2017 йылдың декабрендә танышы 60 йәшлек бығаса язаға тарттырылған иргә мөрәжәғәт иткән, ул аҡсаға 49 йәшлек Өфө кешеһен үлтерергә тәҡдим иткән. Енәйәтсе ризалашһа ла, “эште” үҙ ҡулы менән башҡарырға теләмәйенсә, 500 мең һумға 58 йәшлек танышын яллаған. Уныһы, үҙ сиратында, 29 йәшлек әшнәһен эйәрткән.


2018 йылдың ғинуарында енәйәтселәр Өфөгә килеп урынлашҡан, буласаҡ ҡорбан артынан күҙәтеү алып барған. Уңайлы ваҡыт табып, улар 49 йәшлек ирҙең ғүмерен ҡыйған, атап әйткәндә, тап 29 йәшлек ир уның башына яҡын аранан атып, үлемесле яралаған.

Әлеге ваҡытта енәйәтселәргә ҡарата ғәйепләү һығымтаһы яһалған, судҡа тапшырылған. Енәйәтте ойоштороусыға ҡаршы енәйәт эше – айырым ҡарала.


Фото bashinform.ru.
Читайте нас: