Эшһеҙ ҡалғас, аптырамай ул.
Йорт-ихатаның күркәмлеге – хужаның йөҙө. Хәҙер ауыл кешеһе матур йәшәргә тырыша. Бөтә уңайлыҡтары булған өй төҙөй, йорт-ҡураһын төрлөсә семәрләй.
Семәрләй тигәндән, һуңғы ваҡытта тимерҙән сүкеп яһалған ҡапҡалар, беседкалар, эскәмйәләр һәм башҡа әйберҙәр модаға инеп китте. Әлбиттә, ағас әйберҙәр ҙә бик матур, ләкин оҙаҡ һаҡланмауы менән уңайһыҙ, шуға күрә кәртә-ҡураһын бер эшләгәндә оҙаҡҡа етерлек һәм әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торорлоҡ итергә тырышҡандар тимерҙе хуп күрә.
Яңы Балаҡатай ауылынан эшҡыуар Вениамин Ужеговтың тимерҙән эшләнгән әйберҙәренә халыҡ араһында бөгөн ихтыяж ҙур. Бынан бер нисә йыл элек асылған тимерлек республиканың төньяҡ-көнсығышында ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙә лә танылыу яулап өлгөргән. Йүнсел эш башлап ебәргәндән алып заказдар арта ғына, уның продукцияһына хатта сират барлыҡҡа килгән.
Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигән әйтемде тимерселәрҙән дә яҡшыраҡ кем белһен? Шуға ла Вениамин Викторович хеҙмәткәрҙәре менән эште етеҙ башҡарырға күнеккән. Күҙ асып йомған арала улар тимер сыбыҡтарҙы 100 градусҡаса ҡыҙҙырып, кәрәкле формала бөгөп тә ҡуя. Тап ошо элементтарҙы бергә тоташтырғандан һуң семәрле ҡапҡалар, матур ҡоймалар, башҡа әйберҙәр килеп сыға ла инде. Художестволы сүкеү оҫталары сәғәтенә йөҙҙән ашыу ошондай әҙерләмәләр эшләп өлгөрә.
Шәхси тимерлектә бөгөн өс кеше эшләй. Уртаҡ хеҙмәт юлдарын улар 2011 йылда башлаған, һәм шунан бирле меңдән ашыу сүкелгән әйбер етештергән дә инде. Заказ бирергә тип күрше Силәбе, Свердловск өлкәләренән дә халыҡ күпләп килә икән. Эшҡыуар белдереүенсә, иң үтемлеһе, әлбиттә, ҡапҡа һәм ҡоймалар. Әйткәндәй, тимерлектә Дыуан күп профилле колледжының Балаҡатай филиалы студенттары сәнәғәт практикаһы үтә, тәүге хеҙмәт сынығыуы ала.
Тимер әйберҙәр етештереү эшендә айырым иғтибар деталдәргә бүленә. Мәҫәлән, ҡапҡа тулыһынса йыйылғандан һуң, ошо рәүешле иретеп йәбештереү йөйҙәре йышыла. Был, матурлыҡтан тыш, кешеләрҙе йәрәхәттәрҙән һаҡлау өсөн дә кәрәк, сөнки үткер тимергә эләгеп, ҡулыңды йә бармағыңды киҫеү бер ни тормай.
Тимерселеккә Вениамин Ужегов эшһеҙ ҡалғас килә. Хеҙмәт биржаһына иҫәпкә торған саҡта уға үҙ кәсебен йәйелдереүгә субсидия алырға тәҡдим итәләр. Ул, икеләнеүҙәрен еңеп, үҙенә оҡшаған сүкелгән әйберҙәр етештереү цехы асырға йөрьәт итә.
— Яңы эш башлаған йүнселдәргә ҡаралған программа буйынса миңә 200 мең һум күләмендә субсидия алыу бәхете тейҙе. Дәүләттән бүленгән ярҙамға йөк автомобиле һатып алып, заказдар ҡабул итә башланым. Шулай итеп, мин бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкиленә әйләнеп киттем, — ти Вениамин Ужегов. — Әле был шөғөлгә тотонғаныма һис кенә лә үкенмәйем, беҙ етештергән әйберҙәр халыҡты ҡыуандыра икән, тимәк, был юлдан китеүем бушҡа булмаған.
Бөгөн Вениамин Ужегов һәм уның хеҙмәткәрҙәре кешеләргә тимерҙән үҙенсәлекле матурлыҡ бүләк итә. Улар етештергән әйберҙәр — ысын мәғәнәһендә сәнғәт өлгөһө. Кәсеп йүнселгә матди хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген дә бирә. Ғаиләң етеш йәшәгәндә, үҙең яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә тағы нимә теләйһе ҡала?
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.