Һуңғы ваҡытта велосипедта йөрөү йәштәр араһында киң танылыу таба башланы. Кемдер өсөн ул транспорт сараһы булһа, икенселәргә сәләмәт йәшәү рәүеше. Ә бына Айтуған Йәндәүләтов менән Ғәзинур Собханғолов атлы егеттәр Өфөнән Баймаҡҡа сәпиттә юлға сыҡҡан. Велоуҙышыуҙы улар Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлаған.
Айтуған менән Ғәзинур - күптәнге дуҫтар, студент йылдарында бергә белем алған һәм бер ятаҡта йәшәгән, артабан әрмелә хәрби бурыстарын үтәгән. Велосипед менән тыуған яҡтарына ҡайтыу теләге Айтуған Йәндәүләтовта юғары уҡыу йортона ингәс тә барлыҡҡа килә, әммә хыялы ете йылдан һуң ғына тормошҡа аша.
- Өфөнән 15 июндә ҡуҙғалып киттек, өс көндән һуң Баймаҡта инек. Ҡырмыҫҡалы, Архангель, Белорет, Әбйәлил райондары аша килдек, иң ауыры - Белорет тауҙарын үтеүе булды. Юлда үҙебеҙҙе осҡан ҡоштай тойҙоҡ, һәр тауҙы артылғас, артабан нимә булыр тигән уй менән алға ынтылтыҡ, - ти сәйәхәтсе егеттәр.
Әйткәндәй, Айтуған сәйәхәттән һуң Ҡаратал ауылында йәшәгән өләсәһендә ял итһә, Хәйбулла районының Таштуғай ауылы егете Ғәзинур юлын артабан дауам итте.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.