“Алмағас”та еләк бешкән, тик эйелеп ал ғына!
Баҡалы яҡтарына юлығыҙ төшһә, “Алмағас” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең емеш-еләк баҡсаһына һуғылмай китмәгеҙ. Рәхәтләнеп ял итеп, йәйге тәбиғәттең ҡосағында саф һауа һулап, өҫтәүенә миҙгелдең бай күстәнәстәренән – баҡса еләгенән, ҡарағатынан, ҡурай еләгенән ауыҙ итерһегеҙ. Хатта бер нисә сәғәт эсендә ҡышҡылыҡҡа етерлек тәмле, витаминдарға бай аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн биҙрә-биҙрә емеш-еләген дә йыйып өлгөртә алаһығыҙ әле.
Өс гектарҙа “комсомолка”, “фестиваль” сортлы баҡса еләге плантацияһы йәйрәп ята. Быйылғы йәй йылыға әллә ни туйындырмаһа ла, еләктең бирешергә уйы юҡ, ҡып-ҡыҙыл баштарын көнгә күрһәтеп, олоһон-кесеһен, бына-бына өҙөлөп төшөрҙәй булып, ымһындырып ята.
Ошо ерҙең ҡәҙерен белеп, уны ҡырҡ йыл буйы ҡурсалаған агроном Илира Рәфҡәт ҡыҙы Шәрипованы тынғыһыҙ эш мәлендә тап иттек. Баҡса еләген тәрбиәләй белһәң генә уңышҡа өлгәшергә булғанын һәр баҡсасы белә. Иртә яҙ менән ҡороған япраҡтарын йыйып, тамырҙарын йомшартаһың, ашлайһың. Аҙнаһына бер тапҡыр иртә менән йылы һыу һибеп торһаң да яҡшы, ти тәжрибәле баҡсасылар.
– Беҙҙә һыу һибеү системаһы юҡ, – ти Илира Рәфҡәт ҡыҙы. – Хоҙай Тәғәләнең ярҙамына таянып үҫтерәбеҙ. Химикаттар ҙа һипмәйбеҙ, еләгебеҙ экологик яҡтан таҙа, тәмле. Тир менән һуғарһаң ғына ер йомартлана ул.
Әле плантацияла эш ҡоралдары тотҡан, килешеү буйынса эшләүсе кешеләр ҙә күренә. Әммә төп көс – Шәриповтар үҙҙәре. Улдары Алмаз, ҡыҙҙары Зилә ғаиләләре, туған-тыумасалары менән яҙлы-көҙлө эшкәртеү, уңыш йыйыу менән мәшғүл. Еләк йыйыу иртән башланып, кискә тиклем дауам итә. Күрше Татарстандан Баҡалы ерендә үҫкән емеш-еләкте йыйырға килеүселәр күп. “Аҙнаҡайҙан, Октябрьскийҙан айырыуса һатып алыусылар күп, – ти “Алмағас” етәксеһе. – Йыл да бер үк клиенттар даими йөрөй. Һуңғы осорҙа емеш-еләккә ихтыяж һиҙелерлек артты. Әле баҡса еләгенең бер килограмын 200 һум менән һатабыҙ. Быйыл бер аҙ ҡырау һуҡһа ла, тәбиғәткә зарланмайбыҙ, уңышҡа ҙур зарар килтермәне”.
Шәриповтарҙың йорт ихатаһы ла гөрләп үҫкән баҡсаны хәтерләтә. Ҡырҡ сутыйға яҡын ерҙә алмағас, груша, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентеләре үҫтереп һатыуға сығаралар. Үҫентеләр сифатлы булғас, бик тә үтемле, уларҙы тәрбиәләү серҙәре менән дә ихлас уртаҡлаша баҡсасылар.
Илира һәм Фирҙәүес Шәриповтар өсөн йәйге оҙайлы көн дә ҡыҫҡа. Баҡса мәшәҡәттәре араһында мал-тыуарҙы ҡарайһы, өс һыйырҙы һауып һөтөн эшкәртәһе, аш-һыу әҙерләйһе лә бар.
– Иртә менән мин баҫыуҙа, еләк йыйыусылар эргәһендә. Ҡулдан кәтмән төшкәне юҡ. Иптәшем – баҫыу һәм ғаилә һаҡсыһы, әле, моғайын, аш-һыу әҙерләй торғандыр. Бына шулай йәшәйбеҙ.
– Плантацияғыҙ оло юл өҫтөндә. Төндәрен еләк “тәмләргә” килеүселәр булғыламаймы?
– Уныһы – һәр кемдең намыҫында. Бер-ике күнәк еләк өсөн ыҙғыш ҡуптарып йөрөү яғында түгелбеҙ. Тик ҡайһы саҡ хеҙмәт һалып үҫтерелгән үҫентеләрҙең тапалыуына йән көйә, кәйеф ҡырыла, әлбиттә.
Бөлгөнлөккә төшкән элекке емеш-еләк питомнигы совхозының 300 гектар ерен ҡуртымға алырға ҡыйыулығы еткән “Алмағас” эшҡыуарҙарының. Ерҙе һөйгәндәр генә уны ҡурсалай, ауыр хеҙмәттән шатлыҡ таба ала торғандыр.