Айырылыштыҡ... Төп сәбәп – ҡатыным хыянат итте. Баш ҡалала фатиры булған кеше менән. Әл дә балалар юҡ. Әйткәндәй, ғаиләлә мин үҙем генә эшләй инем. Ике эштә, береһе – электрик, буш ваҡытымда официант. Шулай уҡ төндәрен таксиҙа йөрөнөм...
Хәлемде анығыраҡ һөйләйем әле. Миңә 32 йәш. 28 йәштә өйләнгәйнем. Өйләнгәнгә тиклем бер йыл бергә йәшәнек, иң бәхетле мәлдәребеҙ шунда булғандыр, тип уйлайым. Икебеҙ ҙә алыҫ райондарҙан. Шулай ҙа Өфөлә ҡалырға теләк ҙур ине.
Күп тә үтмәй талаштар башланды. Проблемалар күп ине.
– Баш ҡалала фатир алырға ла эшкинмәйһең, ниндәй ир ул һин? Эшкинмәгән, – ошондай һүҙҙәрҙе ҡатынымдан көн аша ишетә башланым.
Ҡыҫҡаһы, айырылыштыҡ. Бәлә яңғыҙы йөрөмәй бит. Айырылғас, аварияға эләктем. Төнөн мышы төкөттөм, әл дә үҙем менән бер нәмә лә булманы. Тик машина йүнәтерлек түгел, тулыһынса ҡыйралды. Иңке-тиңке булып йөрөгәндә, төп эшемдән дә ҡыуҙылар, аҡсаның күп өлөшө электрик булараҡ килә ине бит.
Башыма был тиклем ауырлыҡтар төшкәс, ирҙәр өсөн иң еңел юлды таптым – эсә башланым. Әхирәт табып алдым, уның менән көн һайын дүрт-биш литр һыра эсә инек. Тәүҙә күңелле кеүек тойолдо, проблемаларға иҫерек баш аша ҡарау еңелерәк бит. Был хәлгә борсолған ағайым тыуған районыма ҡайтырға саҡырҙы. Ҡайттым. Был бер ни тиклем ярҙам итте, тик оҙаҡҡа түгел. Өйҙә лә эсә башлағас, атайым кире Өфөгә ҡыуҙы.
Бөгөн хәлем шул: көнөнә биш-алты литр һыра эсәм. Аҙнаһына биш тапҡыр. Ресторанда официант булып эшләүемде дауам итәм, тик ҡулдарым ҡалтырай. Бауырым да ҡыуандырмай.
Мин хәл иттем. Булды, етте. Былай дауам итһәм, алкаш булып яңғыҙым үләсәкмен бит. Был бысраҡлыҡты нимә менән алмаштырырға була икән? Нимә менән шөғөлләнергә? Кәңәштәр ишеткем килә.